Либерал-демократтар “милләттәр мәнфәғәтендә” эшен башланыҺуңғы ярты йылда булған ике һайлауҙың һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ҡайһы бер партияларға оҙаҡламай сәйәси майҙандан юғалыу хәүефе янай. Бының төп сәбәбе — дәғүәселәренең көсәйеүе түгел, ә үҙҙәренең туҙға яҙмаҫ идеялар менән яныуы, тип билдәләргә нигеҙ бар. Либераль-демократик партия ла, ураған һайын милли мәсьәләләр тырмаһына баҫып, электоратынан ҡолаҡ ҡағыуын дауам итә.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына ошо партиянан һайланған депутат Ярослав Нилов яңыраҡ “РБК” гәзитенә биргән интервьюһында илебеҙ картаһын яңынан һыҙырға һәм барлыҡ республикаларҙан баш тартырға тәҡдим итте. “Федерация субъекттарын унда ниндәй милләттең төп халыҡ булыуына түгел, ә биләгән урынына ҡарап атау дөрөҫөрәк, — тине ул. — Мәҫәлән, Кавказдағы республикаларҙы Тау крайына берләштерергә, ә Башҡортостанды Өфө крайы тип үҙгәртергә кәрәк”. Ниловтың уйлауынса, төбәк атамаларында милли үҙенсәлектәр сағылыш тапмаһа, йәмғиәттә ксенофобия күренештәре булмаҫ ине.
Шуныһы сәйер: былтыр апрелдә блогерҙар менән осрашҡанда әлеге депутаттың “өлкән ағаһы”, Либераль-демократик партия лидеры Владимир Жириновский ҙа ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйткәйне. “АҠШ милли мәҙәниәттәрҙе бер ҡаҙанға һалып ҡайнатып, уҡмаштырыу ысулын һайланы, Ҡытайҙа һәм Төркиәлә иһә көсләп ассимиляциялайҙар, йәғни фәҡәт ҡытай һәм төрөк булырға мәжбүр итәләр. Рәсәй шул уҡ ваҡытта өсөнсө, иң кешелекле, юлды һайланы. Бөгөн был беҙгә файҙа урынына зыян ғына килтерә — иҡтисадта юғалтыуҙар кисерәбеҙ, — тип барлыҡ ғәйепте милли сәйәсәткә япһарырға маташты ул. — Республикалар булмаҫҡа тейеш! Төбәктәр географик урынына ҡарап ҡына аталһын. Әйтәйек, Татарстан түгел, ә Ҡазан крайы, Башҡортостан түгел, Өфө крайы, Яҡутстан урынына — Көнсығыш Себер өлкәһе...”
Жириновскийҙың бындай ҡылығына өйрәнеп бөткәнбеҙ, шуғалыр ҙа беҙҙә уның һүҙҙәренә әһәмиәт биреүсе, хатта иғтибар итеүсе лә тойолманы. Заманында башҡорт менән татарҙы Монгол иленә ҡыуып ебәрергә лә тәҡдим иткәйне бит ул. Урал халҡын илдә иң наҙандары тип атағанын да онотмағанбыҙ. Ләкин ЛДПР етәксеһенең “милләттәр мәнфәғәтендәге” идеялары әле килеп Ниловтың ауыҙынан да ишетелә башлағас, бер аҙ һағайтып ҡуйҙы: “сир” яҙғы ҡояш нурҙарында тағы аҙып китмәгәйе...
Даян МӘЖИТОВ