Хужаһыҙ биналар ауылды биҙәмәй30.03.2012
Депутаттар “Муниципаль берәмектәрҙең хужаһыҙ күсемһеҙ әйберҙәрҙе файҙаланыуы тураһында” ҡарар ҡабул итте. Ул мөлкәт тәңгәлендә тәртип урынлаштырыуҙа урындағы үҙидара органдарына ярҙам итергә тейеш.
— Республикала бик күп күсемһеҙ милектең хоҡуҡтары билдәләнгән документы юҡ, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Ташландыҡ фермалар, оҫтаханалар, колхоз мөлкәте бер кемгә лә ҡарамай һәм уның өсөн береһе лә яуап бирмәй. Йыш ҡына бындай объекттар ауылда урынлашҡан, һәм улар беҙҙе биҙәмәй. Республикала бындай мөлкәт хатта миллиард һумдар менән иҫәпләнә.
Хәлдәрҙең әлеге торошо райондарҙың иҡтисадын үҫтерергә ҡамасаулай. Теге йәки был объектты алырға әҙер бизнесмен-инвесторҙар бар-барлыҡҡа, ләкин улар үҙ аллы эш башлай алмай, сөнки был хоҡуҡ һаҡлау органдарында һорау тыуҙыра. Ә милекте теркәү бюрократик ҡатмарлыҡтарға осрай.
Урындағы етәкселәрҙең эйәһеҙ объекттар менән етеҙерәк эш итеүен талап итеү, мөлкәтте иҡтисади әйләнешкә индереү ҡарарҙың төп маҡсаты булып тора ла инде.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад