Әҙерлек ҡәнәғәтләнерлек30.03.2012
28 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Воронежда төбәктәрҙең яҙғы сәсеүгә әҙерлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин алып барҙы. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама, орлоҡ, техника һәм аҡса менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Рөстәм Хәмитов яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округының агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһындағы мәсьәлә буйынса доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостанға килгәндә, быйыл 2 миллион 152 мең гектарҙа яҙғы сәсеү күҙаллана. Шуның 1 миллион 390 мең гектарын иген культуралары тәшкил итә. Республикала һорау менән файҙаланған һәм килемле культураларҙың сәсеү майҙаны арттырыла. Рапс — ике тапҡырға, ҡарабойҙай — 27 процентҡа, соя — 18, картуф һәм йәшелсә — 1, шәкәр сөгөлдөрө 5 процентҡа күберәк сәселәсәк. Ужым культуралары 475 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Яҙғы кампанияға федераль һәм республика бюджеттарынан 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад