Трамптан йомшаҡлыҡ көтмәгеҙ21.02.2017
АҠШ-тың Финанс министрлығы яңыраҡ Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙың бер өлөшөн ғәмәлдән сығарыу тураһында документ баҫып сығарҙы. Бынан ары Америка ойошмаларына беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлеккә рөхсәт бирелә, тик... мәғлүмәт технологияларына, дәүләт серен һаҡлауға ҡағылышлы эшмәкәрлек буйынса лицензиялар һәм сертификаттар алыу өсөн генә.
Дәүләт Думаһы депутаттарының ҡайһы берҙәре Вашингтондағы әлеге ҡарарҙы “АҠШ-тың айный башлауы”, “Рәсәйгә ҡарата санкция­ларҙы бөтөрөү йүнәлешендәге тәүге аҙымдар” тип баһалап өлгөргәйне инде. Дональд Трамптың хакимиәте шул уҡ арала АҠШ-тың Финанс министрлығы Мәскәүгә ҡарата мөнә­сәбәтен үҙгәртергә йыйынмағанын аңғартты. “Беҙ санкцияларҙы йомшартмайбыҙ, – тине Аҡ йорттағы матбуғат секретары Шон Спайсер. – Маҡсатыбыҙ сәнәғәттең айырым тармаҡтары, ниндәйҙер тауарҙар һәм эшмәкәрлек төрҙәре өсөн тыйыу сиктәрен үҙгәртеү генә”.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был хәлде барыһынан да яҡшыраҡ итеп аңлатты буғай. “Тәүҙә нимә тураһында һүҙ барғанына төшөнөргә кәрәк. Ракеталар өсөн двигателдәр өлгөһөндә беләбеҙ бит: Америкалағы партнерҙар бер ваҡытта ла үҙ ихтыяждарын санкциялар менән сикләмәй”, – тине ул.


Вернуться назад