Оло йортҡа ни кәрәк...15.02.2017
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙе йыш ойоштора, был фекер алышыу киң мәғлүмәт саралары аша ла халыҡ иғтибарына еткерелә. Сираттағы брифинг торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләренә арналды.
Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев әйтеүенсә, коммуналь мәсьәләләр араһында халыҡты иң борсоғаны – күп ҡатлы йорттарҙың дөйөм сығымдары. Ялыуҙарҙың да ҙур өлөшө ошоға бәйле.
– Киң мәғлүмәт сараларында был хаҡта аңлатма йыш осрай, әммә күпселеге хәлдең айышына төшөнмәйенсә яҙа, – тине Павел Рюрикович. – Дөйөм йорт сығымдарын тәртипкә һалыу буйынса беҙ 2012 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ. Әгәр ҙә күп ҡатлы йорттарҙың барыһы ла иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин ителһә, проблеманы әллә ҡасан уҡ йырып сығылыр ине...
Сығыш яһаусылар был өлкәлә ҡабул ителгән һәм киләсәктә камиллаштырыласаҡ ҡануниәттең төп маҡсатын шулай тип билдәләне: ҡалалағы торлаҡҡа идара итеүсе компанияларҙы ресурстар менән һаҡсыл эш итергә күндереү. Бөгөнгә күп ҡатлы йорттарҙың 90 проценты самаһында халыҡ дөйөм сығымдарҙы түләүгә күскән. Ләкин фатир хужалары уларҙың күпме булыуына йоғонто яһай алмай тип әйтерлек – әгәр ҙә шәхси торлаҡ майҙанында һыуҙы, электр утын, газды һәм башҡа ресурстарҙың артыҡ сарыф ителмәүенә ирешә алһа ла, дөйөм кимәлде идарасы компания ғына билдәләй. Һөҙөмтәлә подъезды һәм подвалды таҙартыу, унда һәм тышта ут яндырыу (шул иҫәптән төнөн дә) һәм башҡа сығымдар фатир хужалары елкәһенә ҙур сумма итеп һалына. Әлбиттә, ул ҙурыраҡ булған һайын идарасы компанияға отошлораҡ. Брифинг барышында Шишмә ҡасабаһындағы бер ятаҡ миҫал итеп килтерелде: ундағы дөйөм сығымдар күп (вахтер, комендант өсөн эш хаҡы, дөйөм йыуыныу бүлмәһен һәм бәҙрәфте таҙартҡан өсөн түләү һ.б.), һөҙөмтәлә һәр кемдең бүлмә өсөн түләү хаҡы күп ҡатлы йорттағы ҙур фатирҙарҙа йәшәгәндәрҙекен дә артып китә.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса күҙәтеү комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов белдереүенсә, фатир хужаһына түләү өсөн килгән квитанцияла һәр сығым айырым күрһәтелергә тейеш, һәм был – ҡәтғи талап. Әгәр ҙә дөйөм йорт сығымдары билдәләнгән норманан артып китә икән, идарасы компания ошо артыҡ өлөштө түләттерә алмай, уныһын үҙ табышынан ҡапларға ғына ҡала. Бынан тыш, яңы ҡануниәт буйынса, норманан тыш сығымдар өсөн ундай компанияларға ҡаҙнаға штраф түләргә лә тура киләсәк.


Вернуться назад