Порошенко быға ла ярамаҡсы14.02.2017
Петр Порошенко иһә яҡын арала рәсми саҡырыу буйынса АҠШ-ҡа юлланасағы тураһында хәбәр тарата. “Бынан алда Дональд Трамп менән телефон аша аралашҡанда әңгәмәбеҙ бик йөкмәткеле һәм дуҫтарса булды”, – тигән ул.
Украина етәксеһе билдәлә­үенсә, ике илдең хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре мөһим әһәмиәткә эйә. Трамп менән һөйләшкәндә ул, йәнәһе, Рәсәйҙең Украинаның көнсығышында һуғыш көҫәүе, Ҡырымды законһыҙ рәүештә тартып алыуы кеүек темаларҙы күтәргән һәм яҡлау һораған.
АҠШ-тың яңы президенты, әйткәндәй, Порошенко менән телефон аша бәйләнешкә сыҡҡан­дан һуң был биләмәләге хәлде көйләүгә ҡушылғанда Украинаның да, Рәсәйҙең дә мәнфәғәттәрен иҫәпкә аласағын иҫкәрткәйне.


Вернуться назад