Осрашыуға өмөт бар14.02.2017
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов, юғары палатала халыҡ-ара сәйәсәт мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе булараҡ, беҙҙең ил һәм АҠШ парламентарийҙарының быйыл уҡ бер ҡорға йыйылып фекер алышыуы ихтималлығын күҙаллай.
Сенатор әйтеүенсә, бындай сара төрлө форматта үткәрелә ала. “Нисек кенә булмаһын, тәүҙә дәүләт башлыҡтары Владимир Путин менән Дональд Трамп араһында етди һөйләшеү ойошторолор, моғайын, – ти ул. – Парламентарийҙар тикшерә торған мөһим мәсьәләләр күп, ләкин, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, илебеҙҙең тышҡы сәйәсәте йүнәлештәрен фәҡәт Президент билдәләй, шуға ике лидерҙың әңгәмәһендә ниндәй темаға өҫтөнлөк бирелерен көтөргә ҡала”.