Инглиздәр ҡотола алмай14.02.2017
Европа союзы үҙенең сауҙа сәйәсәтен үҙгәртергә йыйынмай, артабан да ирекле алыш-биреш хаҡында килешеүҙәр төҙөйәсәк. Бөйөк Британия, ошо халыҡ-ара берләшмәнең ағзаһы булғас, АҠШ менән айырым хеҙмәттәшлек алып бара алмай.
Вашингтонға эш сәфәре барышында АҠШ-тың яңы етәкселегенән юғары вазифалы кешеләр, сенаторҙар алдында сығыш яһап, ЕС-тың сит ил эштәре һәм именлек сәйәсәте буйынса вәкиле Федерика Могерини шулай тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Евросоюз ирекле һәм ғәҙел алыш-биреш йәһәтенән, шулай уҡ асыҡ глобаль сауҙа системаһы булдырыу буйынса бар донъяға өлгө күрһәтә, киләсәктә лә был йүнәлештәге эшен дауам итәсәк.
– Британия референдумынан һуң һигеҙ ай үтһә лә, Лондондан илдең Европа союзынан сығыуы мәсьәләһе тирәләй һөйләшеүҙәрҙе башлауға ҡағылышлы бер ниндәй рәсми мөрәжәғәт алманыҡ, – тине Федерика Могерини. – Тимәк, улар беҙҙең берләшмә сафында тағы ла кәмендә ике йыл тирәһе торасаҡ, был Бөйөк Британияға ниндәй ҙә булһа берәй ил менән ике яҡлы сауҙа килешеүе төҙөргә ярамағанлығын аңлата.