Емереүе генә анһат14.02.2017
Емереүе генә анһат Рәсәйҙең АҠШ-тағы илсеһе Сергей Кисляк Дипломатик хеҙмәткәр көнө уңайынан журналистар менән аралашҡанда Владимир Путин менән Дональд Трамптың осрашыуы бик мөһим икәнлеген билдәләне.
– Беренсенән, мин ике президент кү­решәсәк тип ышанам, сөнки быға ихтыяж ҙур. Икенсенән, беҙҙең ил етәк­сеһе әлеге сараны ойоштороу кәрәкле­ген яҡшы аңлай, һәм уға әҙерлек алып барыласаҡ. Осрашыу етди, профессиональ ҡараш талап итә, – тине ул.
Илсенең һүҙенә ҡарағанда, яҡын киләсәктә, АҠШ-тың Дәүләт департаменты аппараты менән беҙҙең Аҡ йорт араһында был мәсьәләләр буйынса ғәмәли хеҙмәттәшлек яйға һалынғас, ике ил дипломаттары эшкә тотонасаҡ. “Моғайын, тиҙҙән министрҙар осрашыр – быға барыһы ла әҙерләнгән, – тине Сергей Кисляк. – Үҙ-ара мөнәсә­бәттәрҙе яҡынайтыу йәһәтенән һәйбәт башланғыс буласаҡ тип ышанам”.
Атап әйткәндә, Рәсәй етәкселәре күптән инде киберхәүефһеҙлек мәсьәләләрен уртаға һалып тикшерергә теләй, ләкин теге яҡтан тейешле саралар тәҡдим итеүсе юҡ. Бер йыл самаһы элек Барак Обаманың хакимиәтенә ошо тема буйынса күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә ниәт барлығы хаҡында өндәшкән булғандар – мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалған. “АҠШ властары Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәрен киберһөжүм ойоштороуҙа, уларҙың президент һайлау кампанияһына ҡыҫылыуҙа ғәйепләй ҙә ул, ә быны бер нисек тә иҫбатлай алмаясаҡтар, сөнки яңылышалар”, – тине илсе.
Сергей Кисляк билдәләүенсә, беҙҙең илдең власть органдары террорсы­лыҡҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән американдар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү зарурлығын аңлай, Дональд Трамптың хакимиәтенең дә был йүнәлештә әүҙем эш итергә ниәтләүе күренә. “АҠШ-тың яңы президенты һәм уның командаһы ағзалары халыҡ-ара террорсылыҡ ойошмаларын бөтөрөү маҡсатындағы сараларға өҫтөнлөк биреү хаҡында йыш әйтә. Беҙ ҙә шул ҡараш яҡлы. Әлбиттә, элекке президент менән дә ниндәйҙер кимәлдә аңлашыу бар ине. Яңыһының вәғәҙәләре буш һүҙ булып ҡалмаһа, ысын эштәр менән дәлилләнһә, АҠШ та, Рәсәй ҙә яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшеүҙән отасаҡ ҡына”, – тине дипломат.
– Изге ниәттәр тураһында килешеү төҙөү, иғландар яһау заманы үтте инде. Ғәмәлдә ундай вәғәҙәләрҙең нисек үтәлгәнен күреп торабыҙ бит. Хатта юғары кимәлдә ҡул ҡуйылған документтар һанға һуғылманы. Әле миндә был йәһәттән бер аҙ өмөт бар. Әгәр етди хеҙмәттәшлеккә өлгәшелһә, ышанысты тергеҙеүҙең тәүге аҙымдарына иҫәп тота аласаҡбыҙ. Илдәр араһында татыулыҡтың булмауы – бөгөн иң ҙур бәләләрҙең береһе, – тине Сергей Кисляк. Шул уҡ ваҡытта ул иҡтисади яҡтан да үҙ-ара мөнәсәбәттәр көйләнеренә ышаныс бағлауын әйтте.
Дипломаттың һүҙҙәренсә, санкциялар менән генә тормошто сикләп булмай. “Белеүемсә, беҙҙең илдә эшләүсе АҠШ компанияларының күбеһе үҙен иркен тоя һәм стратегияһын үҙгәртергә йыйынмай, – тине ул. – Шуға иғтибар иттем: былтыр Америка эшҡыуарҙары Рәсәй иҡтисадына 650 миллион долларҙан ашыу аҡса һалған. Тағы ла ғәжәберәге – беҙҙең бизнес АҠШ-ҡа унан да күберәк инвестиция йүнәлт­кән. Был һан шаҡ ҡатырырлыҡ түгел, әлбиттә, әммә тенденция, минеңсә, артабан ыңғай йүнәлештә генә буласаҡ. Барак Обаманан ауыр мираҫ ҡалыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй менән АҠШ-тың ҡәҙимгесә мөнәсәбәттәргә ҡайтырға мөмкинлеге бар”.
Дипломат әлеге мәлдә Вашингтонда сәйәси шарттарҙың ябай түгеллеген иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы. Урындағы халыҡтың яңы власҡа тиҙ генә өйрәнеп китә алмауы бер сәбәп булһа, икенсеһе – Рәсәй менән араның ныҡ боҙолғанлығы. Барак Обама идара иткән осорҙа үҙ-ара мөнәсәбәттәр, моғайын, “һалҡын һуғыш” дәүеренән һуңғы иң түбән кимәлдә булғандыр. Сергей Кисляк Владимир Путиндың Дональд Трамп менән телефон аша һөйләшеүҙәрендә тотороҡлолоҡтоң, хеҙмәттәшлектең мөһимлеге билдәләнеүен белдерҙе.
– Араларҙы яҡынайтыу маҡсатын­дағы етди эш өсөн мөмкинлек тыуһын ине. Ышаныс бар ҙа ул, тик, әлеге сәйәси хәлгә ҡарағанда, ыңғай һөҙөмтәне бик оҙаҡ көтөргә тура килеүе ихтимал, – тине Рәсәйҙең АҠШ-тағы илсеһе.


Вернуться назад