Пәрәнжә ҡамасаулаған...07.02.2017
Мароккола үткән айҙа ҡатын-ҡыҙҙарға йөҙҙө ҡаплап торған кейем һатыу тыйылғайны. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, был дәүләттең эске эштәр органдары пәрәнжә ябыныусыларҙы бөтөрөү енәйәтселеккә ҡаршы көрәш йәһәтенән яҡшы һөҙөмтә бирәсәк тип уйлай.
Короллектә йөҙөн йәшереп йөрөүсе гүзәл зат вәкилдәре әллә ни күп түгел. Мосолман ҡатындары, ғәҙәттә, башына яулыҡ ябына. Шулай ҙа, террорсылыҡ хәүефен иҫәпкә алып, битте ҡаплаған кейемде тыйыу тураһында ҡарар сығарғандар.
Террор акттары ла Мароккола йыш ҡабатланып тормай. Һуңғы ҙур фажиғә унда 2011 йылдың апрелендә булғайны: Марракештағы кафела бомба шартлау һөҙөмтәһендә 17 кешенең ғүмере өҙөлдө. Хәйер, бәлки, әлеге һиллекте эске эштәр органдарының әүҙемлегенә бәйләргә мөмкиндер. Ни тиһәң дә, радикалдар менән бәйләнеш тотоуы ихтимал булған кешеләрҙе туҡтауһыҙ эҙләйҙәр. Хәбәр итеүҙәренсә, бер йыл самаһы элек урындағы полиция тарафынан Касабланка янында Бельгия паспорты менән йөрөгән Марокко кешеһе ҡулға алынған, уның Сүриәләге һуғышта ҡатнашҡаны, ДАИШ (Рәсәйҙә тыйылған) төркөмө ағзаһы һәм Париждағы террор акттарын ойоштороусыларҙың береһе икәнлеге асыҡланған.