Атына күрә – йүгәне07.02.2017
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә сит ил адвокаттарының эшмәкәрлеге буйынса талаптар билдәләү кәрәк тип таптылар. Бының өсөн ил Хөкүмәтенә ҡануниәт нигеҙендә айырым вәкәләттәр бирелергә, артабан барлыҡ мәсьәләләр хаҡында ентекләп яҙылған регламент барлыҡҡа килергә тейеш.
Беҙҙең хоҡуҡ яҡлау өлкәһендә башҡа дәүләттәр мәнфәғәтендә эшләп йөрөгәндәр барлығын күптәр белмәйҙер әле. Әлегә Рәсәйҙең Юстиция министрлығында 125 сит ил адвокаты теркәлгән. Араларында АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция, Япония белгестәре бар, тиҙәр. Шулай уҡ яҡын сит илдәр вәкилдәре байтаҡ икән, уныһына һис тә ғәжәпләнәһе түгел. Килгәндәр, тимәк, ниндәйҙер эштәре бар.
Хәҙерге ҡануниәт буйынса сит ил адвокаттарына ҡарата талаптар бик аҙ һәм өҫтөн-мөҫтөн тиерлек. Улар ни бары Юстиция министрлығындағы махсус реестрҙа теркәлергә, Рәсәй биләмәһендә фәҡәт үҙ илендәге ҡануниәткә ярашлы юридик хеҙмәтләндерергә, беҙҙәге дәүләт серенә ҡыҫылмаҫҡа тейеш. Ғәмәлдә хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр шаҡтай киң, шуға ла ашығыс саралар күрмәйсә булмай.