Ҡанундар күп, ә уртаҡлыҡ юҡ07.02.2017
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ватандаштарыбыҙҙың, шул иҫәптән уларҙың балаларының законлы мәнфәғәттәрен донъяның төрлө судтарында яҡлаясаҡ адвокаттар пулын булдырған. Был халыҡ-ара никахтарҙың артыуына һәм бер илдән икенсеһенә күскән хәлдә кеше хоҡуҡтарының йыш боҙолоуына бәйле икән.
– Сабыйҙарыбыҙ, башҡа дәүләттә йәшәй башлаһа ла, беҙҙеке булып ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, сит илдәрҙә уларҙы туғанлыҡ тамырҙарынан айырырға тырышыу осраҡтары күп теркәлә, – ти Рәсәйҙә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова.
Уның һүҙҙәренсә, кескәй граждан­дарыбыҙҙы ҡурсалау йәһәтенән Франция, Италия, Испания менән үҙ-ара килешеүгә өлгәшелгән, Финляндия ла бындай мөнәсәбәттәргә әҙер.
Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Константин Долгов бүтән дәүләттәрҙә Рәсәй балаларын уллыҡҡа алыуға һәм урлауға бәйле проблемаларҙың ҙур ҡыйынлыҡ менән хәл ителеүен бил­дәләй. “Эште шуныһы ҡатмарлаштыра: бәләкәй граждандарҙың мәнфәғәттә­рен яҡлау мәсьәләләрен көйләү буйынса халыҡ-ара кимәлдә бер ниндәй уртаҡ документ юҡ, – ти ул. – БМО Конвенцияһы бар ҙа ул, әммә уға АҠШ һаман ҡул ҡуймаған”. Министрлыҡта, яңы президент Дональд Трамптың хакимиәте менән ыңғай бәйләнеш булдырып, американдарға уллыҡҡа бирелгән Рәсәй балаларының хәлен даими белешеп тороу мөмкинлеген алыуға иҫәп тоталар икән.
Константин Долговтың әйтеүенсә, беҙҙең илселәр һәм консулдар сит илдәргә законһыҙ рәүештә алып кителгән йәки хәрби хәрәкәттәр барған биләмәлә ҡалған кескәй граждан­да­рыбыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ярайһы уҡ әүҙем эшләй. Иң ауыр хәл – Сүриәлә һәм Ираҡта. Власть тарафынан контроль булдырылған тө­бәктәрҙә лә балаларҙы ватанына ҡайтарыу мәсьәләһе тиҙ генә яйға һалынмай, террорсылар ҡоторонған урындар тураһында иһә әйтеп тораһы ла түгел. Ҡатнаш никахтан тыуған сабыйҙар йыш ҡына ике дәүләт гражданы тип таныла, шунлыҡтан сит ил властары уларҙы үҙенекеләр иҫәбенә индерә лә урындағы ҡанундарға, йолаларға нигеҙләнеп эш итә.


Вернуться назад