Бөгөн илебеҙҙә 800 меңдән ашыу кеше дәүләт хеҙмәте вазифаларын биләй. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты уларҙың – төрлө кимәлдәге власть органдарындағы ябай референттан алып министрғаса – ни хәтлем һөҙөмтәле эшләй икәнлеген тикшергән. Проектты тормошҡа ашырыусыларҙың етәксеһе Борис Славин әйтеүенсә, әле чиновниктарҙың 80 проценттан ашыуы дәүләт хеҙмәтендә иң аҡыллылары һәм тәжрибәлеләре тип үҙҙәренән юғарыраҡ торғандарҙы атай. Әммә тора-бара был фекер үҙгәрәсәк, сөнки Интернет, социаль селтәрҙәр власть иерархияһының ғәҙәттәге принциптарын емерә, “етәксе һәр саҡ хаҡлы” тигән ҡарашҡа сик ҡуя. Хәҙер халыҡ түрәләрҙе төрлө форумдарҙа ғына түгел, рәсми порталдарҙа ла асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй ала бит.
Күҙалланыуынса, киләсәктә власть вертикале әһәмиәтен юғалтасаҡ, йәғни етәкселәр менән уларҙың ҡул аҫтындағылар партнерлыҡ шарттарында эшләргә тейеш буласаҡ. Был иһә дәүләт хеҙмәткәрҙәренән заманса белем, үҙенсәлекле һәләттәр, айырым эшлеклелек сифаттары талап итә. Бер аҙҙан түрәләрҙең һанлы технологияларҙы нисек ҡулланыуына нығыраҡ иғтибар бирә башлауҙары көтөлә.