Ете ҡат уйла, бер ҡат яҙ07.02.2017
Ете ҡат уйла, бер ҡат яҙ Быйылғы 1 апрелдән илебеҙҙең идара итеү өлкәһендә эшләгән миллиондан ашыу граждан Интернет селтәрендәге әүҙемлеге тураһында отчет бирә башлаясаҡ. Хөкүмәт башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарына ошоға бәйле былтыр йәй ҡабул ителгән законға ярашлы тултырылырға тейешле яңы форманы таратҡан да инде.
Бынан ары түрә-ҡараға социаль селтәрҙәрҙәге генә түгел, төрлө чаттарҙағы, хатта, әгәр ингән булһалар, үҙ-ара танышыу сайттарындағы “эшмәкәрлеге” буйынса йыл һайын яуап тоторға кәрәк буласаҡ. Ҡағиҙәләр, әйткәндәй, ғәмәлдәге чиновниктарға ла, идара органдарындағы вазифаға дәғүә итеүселәргә лә ҡағыла. Дәүләт Думаһының Федератив ҡоролош буйынса комитетында аңлатыуҙарынса, дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлашырға теләгән кеше кадрҙар бүлегенә быға тиклемге өс йыл эсендә Интернет селтәрендә ни менән шөғөлләнгәне, ҡайһы сайттарҙа теркәлгәне, шәхси тормошонан ниндәй мәғлүмәттәрҙе башҡаларға күрһәткәне хаҡында отчет бирергә тейеш. Талапты үтәмәгән йәки нимәнелер йәшереп ҡалдырырға тырышҡан өсөн вазифаһыҙ ҡалдырыуҙары ла ихтимал.
“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзалары фаразлауынса, был ҡанун түрәләрҙең һәм етәкселеккә ынтылыусыларҙың коммерцияға бәйле мәнфәғәттәре юҡмы икәнлеген асыҡларға ярҙам итәсәк. Тимәк, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса ыңғай һөҙөмтәнең артыуына өмөтләнергә мөмкин. Йәнә бер уңайлы яғы – һөнәри этика йәһәтенән контролде көсәйтеү. Ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәрҙә үҙенең ҡайҙа һәм нисек ял иткәнен, кемдәр менән мәжлестә булғанын да сағылдырыуҙан тартынмай бит.
Әлбиттә, яңы талаптарҙы түрәләрҙең барыһы ла тыныс ҡабул итә алмаған. “Отчет тултырыу өсөн төрлө сайттарҙан үҙеңдең яҙмаларыңды эҙләп ултырыу өсөн бик күп ваҡыт һәм хәл кәрәк, шуға бынан ары күбебеҙ Интернеттағы әүҙемлеген кәметер йәки бөтөнләй социаль селтәрҙәрҙән баш тартыр”, – ти бәғзеләр. “Насар уйлы кешеләрҙең, аккаунтты боҙоп инеп, минең исемдән берәй нәмә яҙып ҡалдырыуы ла ихтимал бит. Ул саҡта ни эшләргә?” – тип хәүефләнеүселәр ҙә бар.
Беҙҙекеләрҙе шуныһы ҡыуандырырға тейеш: Интернеттағы әүҙемлекте тикшереүселәрҙе дәүләт хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәттәрҙең дөйөм халыҡҡа күренгәне генә ҡыҙыҡһындыра. Ә бит АҠШ-та һәм тағы бер нисә сит илдә шәхси хаттар буйынса ла отчет бирҙерәләр, чиновниктарҙан хатта логиндарын, паролдәрен атауҙы талап итәләр.


Вернуться назад