Түләүһеҙ юридик ярҙам кәрәк булһа…03.02.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов граждандарҙы адвокаттарҙың ярҙамынан әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Республиканың Адвокаттар па­латаһы президенты әйтеүенсә, Башҡортостанда көн һайын 230-ҙан ашыу профессиональ адвокат халыҡты ҡабул итә. Улар “Рәсәй Федерацияһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль законға һәм “Башҡорт­остан Республикаһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы республика Законына ярашлы граж­данлыҡ, ғаилә, хеҙмәт, ер, мираҫ, административ мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тайҙың матбуғат хеҙмәтенән хә­бәр итеүҙәренсә, квалификациялы ярҙам һорап тәү сиратта I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй, Советтар Союзы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, инвалид, етем һәм ата-әсә ҡара­уынан мәхрүм ҡалған балалар, уларҙың вәкилдәре мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ иректән мәх­рүм итеү урындарында тотолған бәлиғ булмағандар, уларҙың вәкилдәре, суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ тип танылған кешеләр һәм улар­ҙың вәкилдәре түләүһеҙ ярҙамға хоҡуҡлы. Адвокаттар йән башына килеме йәшәү минимумы дәүмә­ленән түбәнерәк булған граждан­дарҙы, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ кеше­ләрҙе хеҙмәтләндерә. Ғаи­лә­һенә тәрбиәгә бала алырға телә­гән­дәргә лә консультация бушлай.
– Ғәҙәттә, халыҡ юридик яр­ҙамдың хаҡы ҡиммәт тип адво­кат­тарға мөрәжәғәт итергә ашыҡ­май, проблеманы үҙаллы хәл итергә тырыша. Йыш ҡына был тейешле һөҙөмтәне бирмәй. Беҙ граждандарҙы профессио­нал­дар­ҙан ярҙам һорарға саҡы­ра­быҙ. Хеҙмәт өсөн түләргә кә­рәк­мәй. Өҫтәүенә адвокат үҙ эшен оҫта һәм сифатлы башҡарасаҡ, – тине Булат Йомаҙилов.
Түләүһеҙ юридик ярҙам алыу өсөн кеше ғариза яҙырға, шәхес таныҡлығын һәм ярҙамға хоҡуҡты раҫлаған бүтән документтарын тәҡдим итергә тейеш.
Түләүһеҙ юридик ярҙам күр­һәт­кән адвокаттарҙың тулы исемлеге менән http://ap-rb.ru/bup/spisok bup/ һылтанмаһы буйынса та­нышырға мөмкин. Республика халҡы шулай уҡ Рәсәй Пре­зидентының Баш­ҡортос­тандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә, “Берҙәм Рә­сәй”ҙең ҡабул итеү бүлмәһенә һәм Рәсәй юристары ассоциа­цияһының Башҡортостан бүлексәһенә тү­ләү­һеҙ юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад