Кеше мәнфәғәте – өҫтөнлөклө йүнәлеш03.02.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, дөйөм эшмәкәрлек илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа һәм республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнеп көйләнгән, бынан тыш, һис шикһеҙ, һайлаусыларҙың мәнфәғәте күҙ уңында тотола, һайлау алды кампанияһында бирелгән вәғәҙәләр теүәл үтәлә.
– Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының XVI отчет-һайлау съезы үткәйне, – тине Константин Борисович. – Унда халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. Айырыуса кадрҙар мәсьәләһенә баҫым яһалды, беҙгә аҡыллы һәм ышаныслы етәкселәр кәрәк.
Константин Толкачев граждандарға асыҡ булырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды, партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенән кеше өҙөлмәүен ыңғай миҫал итеп килтерҙе. Декабрҙә бер аҙна эсендә генә 27 меңдән ашыу кеше партияға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән.
Спикер киләсәккә бихисап уй-ниәттәр билдәләнеүен дә телгә алды. “Бәләкәй ҡалалар парктары”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”, “Беҙҙең ихата”, “Урындағы мәҙәниәт йорто” исемле проекттар буйынса эшмәкәрлектең киң йәйелдерелеүе – шуға асыҡ дәлил. Әлбиттә, уларҙы тормошҡа ашырыу – ауылдарҙың инфраструктураһын, мәҙәни-ял учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға бермә-бер булышлыҡ итәсәк. Хәйер, партия тарафынан булдырылған “Реаль эштәр” проектының уңыш менән барыуына һәммәбеҙ ҙә шаһит.
Дүрт йылда ғына сәйәси партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенә һигеҙ мең ярым тирәһе кеше ағза итеп алынған, яҡын киләсәктә уларҙың дөйөм һаны йөҙ меңгә етеүе ихтимал.