Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, муниципаль милек менән идара итеү комитеты рәйесе Азамат Сәғитов баш ҡалалағы торлаҡҡа ҡарамаған фондтың торошо буйынса мәғлүмәт бирҙе.
Былтыр Өфөлә ҡуртымдан 595,5 миллион һум килем алынған. Был, 2010 йылғы менән сағыштырғанда, 9,2 миллион һумға күберәк.
Баш ҡаланың торлаҡҡа ҡарамаған фондында 2,6 миллион квадрат метр муниципаль милек иҫәпләнә. Шуның 435 мең квадрат метрын ҡала етәкселеге хужалыҡ итеүсе субъекттарға һәм эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирә. Барлығы 2300 ҡуртым килешеүе төҙөлгән, сауҙалашыу һөҙөмтәһе буйынса алынған 169 ҡуртым килешеүе бар.
Күршеләге Екатеринбургка, Ырымбурға, Силәбегә, Пермгә ҡарағанда, Өфөлә ғәмәлдәге ҡуртым килешеүҙәре күберәк. Ә хаҡҡа килгәндә, беҙҙә, ошо уҡ ҡалалар менән сағыштырғанда, квадрат метр өсөн аҙыраҡ түләтелә. Өфөлә муниципаль милектең квадрат метрын йылына уртаса 1400 һумға ҡуртымға алып булһа, был күрһәткес Екатеринбургта — 2905, Пермдә — 2417, Силәбелә 2117 һәм Ырымбурҙа — 2606 һум. Азамат Тәлғәт улының белдереүенсә, төп сәбәптәрҙең береһе — беҙҙә властың эшҡыуарҙарға уңайлыраҡ шарттар булдырыуға ынтылыуы. Әлбиттә, быйыл хаҡтың бер аҙ күтәрелеүе көтөлә.
Комитет рәйесе шулай уҡ ҡуртым хаҡын ваҡытында түләмәүселәргә ҡарата етди сара күреү зарурлығы, дәүләт милкен бер хаҡҡа арендаға алып, бүтәндәргә ҡуртымға икенсе хаҡҡа тәҡдим итеүселәргә ҡаршы көрәш юлдары тураһында ла һөйләне.
Ә. ИЛДУСОВА.