Танытмаңдаң ҡолаҡ ҡаҡмайым тиһәң…27.01.2017
Дәүләт Думаһы депутаттары автомобилде хәүефле йөрөткән өсөн язаны көсәйтергә ниәтләй. Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бер нисә тапҡыр боҙған водителдең танытмаһын тартып алыу хаҡында төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.
Хәүефле йөрөткәндә танытманы тартып алыу тураһындағы ҡарарҙы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәгән камералар түгел, автоинспектор ҡабул итә. Бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙған водителдәрҙең ике йылға танытмаһынан мәхрүм ителеүе ихтимал, тип билдәләй комитет рәйесе урынбаҫары.
Рәсәй Хөкүмәте хәүефле йөрөткән өсөн биш мең һум күләмендә административ штраф һалыуҙы билдәләгән закон проектын хупланы. Тейешле урындарҙа башҡа автомобилдәргә юл бирмәү, ҡапыл әкренәйеү, дистанция һаҡламау, автомобилде уҙып китеүгә ҡаршылыҡ тыуҙырыу – был күренештәрҙең барыһы ла машина менән хәүефле идара итеүгә ҡарай.