Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының сираттағы ултырышында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан эшләнгән "Башҡортостан Республикаһында мәрхәмәтлек һәм мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге тураһында" закон проекты тикшерелде. Сарала Президент Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
— Былтыр декабрҙә эште башлап ебәргәйнек, хәҙер инде бурыстарҙы системалы үтәүгә күсәбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Төп йүнәлештәрҙе аныҡ билдәләргә, республика һәм муниципалитет кимәлендәге йәмәғәтселек советтарының, ойошма һәм фондтарҙың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә кәрәк.
Президенттың әйтеүенсә, мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә республика үҙе өлгө күрһәтергә тейеш. Ул килемдәрҙең берәр процентын булһа ла ошо маҡсатҡа йүнәлтеү хаҡында уйланырға саҡырҙы.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың һүҙҙәренсә, беҙҙә мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге өсөн етди нигеҙ булырлыҡ ҡануниәткә ихтыяж ҙур. Әле әҙерләнгән закон йылдың икенсе яртыһында үҙ көсөнә инер тип күҙаллана. Шулай уҡ мәрхәмәтлек ойошмаларының дөйөм мәғлүмәт базаһын булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды.
1 мартҡа ҡарата мәғлүмәт буйынса, республикала 223 мәрхәмәтлек ойошмаһы теркәлгән, социаль маҡсатлы программалар фонды уңышлы эшләй. Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса советтың былтырғы 16 декабрҙәге ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың 22 муниципаль берәмегендә ошо йүнәлештәге йәмәғәтселек советтары төҙөлгән, улар оҙаҡламай тағы 17 районда барлыҡҡа киләсәк.
Д. МӘЖИТОВ.