Донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар30.12.2016
2016 йылға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Үтеп барған осорҙоң шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәттәре лә, юғалтыуҙары ла булды. Донъя бит... Уның ҡарауы, был һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә тотҡан урыны, үҙ һүҙе булыуын дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ күрһәттек, һынылыш осоронда ла иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалдыҡ, сәйәси
курстан тайпылманыҡ.

Хәл-ваҡиғалар илдә лә, унан ситтә лә күп булды. Беренсенән, эске сәйәсәт: быйыл Рәсәйҙә парламент һайлауҙары үтте. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә Дәүләт Думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса ойошторолдо. Фирҡәләр ҙә күп теркәлде – 20-нән ашып китте. Шулай ҙа төп урындарҙы, ғәҙәттәгесә, дүрт партия бүлеште: “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ”, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “ЛДПР”. Ғөмүмән, аналитиктар бил­дәләүенсә, быйылғы һайлау­ҙар киләһеләренә репетиция ғына булды. Мәғлүм булыуынса, 2018 йылда илдә Президент һайлауы үтәсәк, ә был сәйәси сараға ныҡ­лы әҙерлек һәм берҙәм команда менән килеү зарур.
Икенсенән, социаль-иҡтисади хәл. Йыл дауамында Рәсәйгә ҡайһы тарафтан ғына санкциялар иғлан итеп маташманылар. Әммә беҙҙең иҡтисадыбыҙ был баҫым­ды ла лайыҡлы үткәреп ебәрә алды. Иң мөһиме, илдә иҡтисади тото­роҡлолоҡ һаҡланды: инфляция ла, эшһеҙлек кимәле лә, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы ла шул уҡ кимәлдә ҡалды. Әлбиттә, күп нәмә инвестициялар иҫәбенә башҡа­рылды. Был сәйәси такти­каның бөгөнгө шарттарҙа иң ҡулай һәм ышаныслы аҙым булыуын сәйәсмәндәр үҙҙәре лә инҡар итмәй. Санкцияларға кил­гәндә иһә, улар беҙҙе сыныҡ­тырҙы ғына. Хәҙер хатта ауыл­дарҙа ла үҙ эшен асып, эшҡы­уарлыҡ тармағын ныҡлап “ауыҙ­лыҡларға” йөрьәт иткән йүнсел­дәр һаны арта төштө. “Үҙе­беҙ­ҙеке – үҙебеҙгә” девизы принцип­ҡа түгел, ә йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Ғөмүмән, һуңғы осорҙа эшҡыуарлыҡҡа иғтибар бермә-бер артты. Һәм быны хатта санкциялар, иҡтисади һыналыш ме­нән генә лә бәйләү дөрөҫ булмаҫ. Бындай аҙымды беҙ күптән яһар­ға тейеш инек. Иртәме, һуңмы, тигәндәй. Эйе, ниндәйҙер кимәл­дә ярҙам иттеләр, этәргес бир­ҙеләр, хатта сәмләндерҙеләр... Уныһына ла рәхмәт.
Ҡыҫҡаһы, эшҡыуарлыҡ үҫешә. Быйыл Өфөлә генә был йүнәлеш буйынса әллә күпме халыҡ-ара кимәлдә саралар үтте. Был исем­лектә ШОС һәм БРИКС илдә­ренең Икенсе бәләкәй эшҡы­уарлыҡ форумы булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ғөмүмән, иҡтисади тотороҡ­лолоҡто һаҡлау, һумдың нығыныуына булышлыҡ итеү, санкцияларҙы беҙҙең фай­ҙаға эшләтеү – былар киләсәктә лә иҡтисадсыларҙың, сәйәсмән­дәрҙең төп маҡсаты булып ҡа­ласаҡ, әлбиттә. Тик шулай ҙа төп бурыс халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереүгә ҡайтып ҡалырға тейештер. Сөнки етеш, бай халыҡ – ул социаль тотороҡлолоҡтоң нигеҙе генә түгел, иҡтисади үҫеш билдәһе лә.
Өсөнсөнән, быйыл ришүәтсе­леккә ҡаршы көрәш бик әүҙем­ләште. Хатта БМО конвенция­һында ҡатнашҡан дәүләттәрҙең Коррупци­яға ҡаршы конферен­цияһын үткәрҙеләр. Мәртәбәле сарала йөҙҙән ашыу илдең ҡат­нашыуы ғына ла ришүәтселектең ни тиклем көнүҙәк проблемаға әүереле­үенә һәм географияһы яғынан сикләнмәүенә асыҡ дәлил булды. Коррупцияға ҡаршы кө­рәш өлкәһендә ил, донъя ҡану­ниәтен камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, ти бел­гестәр. Әлбиттә, беҙҙә был йәһәт­тән ярайһы ғына тәжрибә туп­ланған. Президент ҡарамағында Коррупцияға ҡаршы эш иткән совет төҙөлдө, Коррупцияға ҡаршы эш иткән Милли план раҫланды, “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында” Закон үҙ көсөнә инде... Был йәһәттән беҙҙең парламент депутаттары ла Дәүләт Думаһына әленән-әле корруп­цияға ҡаршы эш итеүгә йүнәл­телгән закон проекттары тәҡдим итеп тора. Әммә йәмғиәттәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк әле. Әйтәйек, быйыл ғына республика буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары 800-ҙән ашыу коррупция, йөҙҙән ашыу ришүәт биреү осрағын асыҡлаған.
Дүртенсенән, донъя сәйәсәтен­дәге үҙгәрештәр. Моғайын, был осраҡта иң көтөлмәгән һәм шул уҡ ваҡытта күптәрҙе ғәжәплән­дергән ваҡиға тип АҠШ президенты вазифаһына Дональд Трамптың һайланыуын атарға булалыр. Беҙҙекеләрҙең Украина мәсьәлә­һенә ҡарата тышҡы сәйәсәте лә йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалды: илдең көнсы­ғышындағы хәрби ҡаршылыҡ­тарҙы сәйәси үҙгәртеп ҡороу ғына туҡтата ала.
Тормош дауам итә. Тимәк, беҙҙе тағы ла бик күп ваҡиғалар көтә.

“Дөйөм алғанда, бөгөн республикала социаль-иҡтисади хәл тотороҡло. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килем­дәренең үҫеш темпы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булмаҡсы. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә.
Инвестицияларға, төҙөлөшкә, эш хаҡына һәм килем кимәленә, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл бер аҙ ҡатмарлашҡандан һуң әле яҡшыра башланы”.


(Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).


Вернуться назад