Беҙҙе гвардия һаҡлай21.12.2016
Беҙҙе гвардия һаҡлайБашҡортостанда эске ғәскәрҙәр һәм Эске эштәр министрлығының подразделениелары нигеҙендә “Росгвардия” идаралығы төҙөлдө. Әле уның эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнә.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтен ойоштороу тураһындағы Указға Президент Владимир Путин 2016 йылдың 5 апрелендә ҡул ҡуйҙы. Был дәүләт һәм йәмғиәт хәүефһеҙлеге, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау йүнәлешендә эшләнгән сираттағы аҙым булды.
“Росгвардия” иңенә йәмғиәт тәртибен, дәүләттең мөһим объекттарын һаҡлау, махсус йөктәрҙе оҙатыу, экстремизм һәм террорға ҡаршы көрәш, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыу, ҡорал әйләнешен контролдә тотоу, шәхси һаҡ эшмәкәрлеге ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
РФ Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы начальнигы генерал-майор Вячеслав Андреевтың әйтеүенсә, улар федераль бюджетты 500 миллион һумға тулыландырыуға өлгәшкән. Әлбиттә, ошо һандар ғына ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләй.
Башҡортостан идаралығында 3 мең самаһы хеҙмәткәр иҫәпләнә, ләкин уларҙың аныҡ һаны сер булып ҡала. Киләсәктә үҙҙәренең геральдикаһы, формаһы булдырыласаҡ.
Эске эштәр министрлығынан “Росгвардия” сафына күсерелгәндәр элекке кеүек үк йәмғиәт тәртибен һаҡлауҙа, төрлө саралар үткәргәндә хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә ҡатнашасаҡ. Махсус подразделение иһә закон боҙғандарҙы, енәйәтсе­ләрҙе ҡулға алғанда Эске эштәр министрлығына көс менән ярҙам итәсәк.
“15 меңдән ашыу объект, шулай уҡ 18 мең фатир һәм склад беҙҙең һаҡ аҫтында, – ти Вячеслав Андреев. – Ведомство коммерция өлкәһенә ҡарамаһа ла, һаҡлау эшмәкәрлегенән алынған килем тулыһынса ил бюджетына күсерелә. Быйыл, мәҫәлән, 11 ай эсендә был һан 532 миллион һум тәшкил итте”.


Вернуться назад