Ваҡыт йылғаһы аға...20.12.2016
Ваҡыт йылғаһы, тормош ярҙарына үҙгәрештәр индереп, ағыуын белә. Ҡайһы тарафтар сәскәгә төрөнә, бәғзеләрендә янғын ҡанаттарын йәйә, властар алмашына, илдәр араһында дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ барлыҡҡа килә...
Күптән түгел Америка Ҡушма Штаттарында президент вазифаһына Дональд Трамп һайланды. Ҡеүәтле дәүләттә етәкселек үҙгәреүе, әлбиттә, бөтә донъяның сәйәси тормошона йоғонтоһоҙ ҡалмаясаҡ. Шулай ҙа, Трамптың илебеҙгә булған мөнәсәбәтен күҙ уңында тотҡанда, Рәсәй менән Америка араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан сығыу юлдары табылыр тип өмөтләнергә ҡала.
Тиҙҙән Францияла ла ил етәксеһен һайлаясаҡтар. Әлеге президент Франсуа Олланд икенсе мөҙҙәткә үҙенең канди­датураһын ҡуймаҫҡа булды. Был ҡарар уның рейтингының түбән булыуына бәйле – әле француздарҙың ни бары дүрт проценты ғына Олланд өсөн тауыш бирергә риза. Уның коллегаһы премьер-министр Мануэль Вальс та үҙ уңышы менән маҡтана алмай. Тимәк, һайлауҙарҙа экс-премьер Франсуа Фийон менән Милли фронт партияһының етәксеһе Марин Ле Пендың көс һынашыуы бар.
Эксперттар фекеренсә, был ике кан­дидаттың ҡайһыһы еңһә лә, Францияла үҙгәрештәр буласаҡ. Иң мөһиме – Фийон да, Ле Пен да Рәсәйгә ҡарата йылы мөнәсәбәттә.
“Фийон, сәйәсмән булараҡ, әлеге етәк­селеккә ҡарағанда Рәсәй өсөн ҡулайыраҡ”, – ти беҙҙең сәйәсмәндәр. Ысынлап та, ул үҙенең программа­һында Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санк­цияларҙың Франция иҡтисадына кире йоғонто яһауын белдерә. Бынан тыш, ул Европа союзы менән Рәсәй араһында яңы сауҙа алымдарын тәҡдим итә.
Әлбиттә, күп нәмә Европаның төп “локомотивы” булған Германияға бәйле. Унда ла киләһе йылдың көҙөндә парламент һайлауҙары үтәсәк. Санкцияларҙы яҡлап һәм хуплап сыҡҡан Ангела Меркель иһә канцлер вазифаһына дүртенсе тапҡыр дәғүә итәсәген белдерҙе. Әлеге мәлдә уның рейтингы юғары, ләкин һайлауға тиклем байтаҡ ваҡыт бар, ниҙәр килеп сыҡмаҫ. Мәҫәлән, һайлау алды “бәйге”һендә икенсе урында килгән партия Меркелдең кандидатураһын хупламай.
Хәйер, Ангела Меркель канцлер вазифаһына һайланған рәүештә лә Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы артабан оҙайтырға Европаның башҡа илдәрен күндерә алыуы икеле. Хәҙер Европа сәйәсмәндәренең күпселеге санкция­ларҙың үҙҙәренә зыян килтереүен таный. Улар иҫәпләүенсә, ошо сәбәпле Европа 120 миллиард евро самаһы килемдән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Шуға ла сәйәси уйындарҙан ялҡҡан халыҡ санкцияларға ҡаршы булған партияларға тауыш бирергә мөмкин. Был осраҡта, эксперттар әйтеүенсә, Рәсәйгә ҡарата сикләү ҡулланыу яйлап “мода”нан сығасаҡ.
Ваҡыт йылғаһы һәр нәмәне үҙгәртеп ағыуын белә, унан сәйәси донъя ла азат түгел. Кешелектең мәңгелек төшөн­сәләре әҙәп, дуҫлыҡ, татыулыҡ кеүек сифаттар ғына үҙгәрмәй йәшәүен дауам итер тип өмөт тотайыҡ.


Вернуться назад