Көслөнөкө замана27.03.2012
Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе булып Мәскәүҙә ЕврАзЭС дәүләт-ара Советы ултырышы сиктәрендә ошо ойошмаға ҡараған ил етәкселәренең осрашыуы, Европа Советының Белоруссияға яңы санкциялар ҡабул итеүе, Ҡырғыҙстанда “тюльпан революцияһы”ның 7 йыллығын билдәләүҙәре, Барак Обаманың Көньяҡ Кореяға эш визиты менән барыуы һәм башҡалар торғандыр. Уларға ҡыҫҡаса туҡталып үтәйек.

Рәсәйгә һыйыныуҙы хуп күрәләр

Билдәле булыуынса, ЕврАзЭС ойошмаһы составына Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан инә. Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа күҙәтсе сифатында Украина, Әрмәнстан һәм Молдова етәкселәре лә ҡатнашты. Ултырыш барышында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Бынан тыш, һәр ил етәксеһенең Рәсәй менән хәл итәһе мәсьәләләре лә байтаҡ ине. Бигерәк тә Украина, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан өсөн Рәсәйҙең яңы һайланған Президенты Владимир Путин менән мөнәсәбәттәрҙе алдан уҡ, йәғни инаугурацияға тиклем яйлап ҡуйыу мөһим булды. Инаугурация иһә 7 майға билдәләнгән. Тап ошо көндән һуң Владимир Путин рәсми рәүештә ил менән етәкселек итеүҙе үҙ ҡулына аласаҡ. Әммә уның әлеге вазифаһы — Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе йөгө лә бик ҙур вәкәләттәргә эйә һәм шуға ла уның Украина, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан президенттары менән айырым һөйләшеүе 7 майҙы көтмәйенсә үҙ эшен алдан башлауын аңлатмай ине. Унан килеп Виктор Янукович та, Нурсолтан Назарбаев һәм Ҡырғыҙстандың йәш президенты Алмазбәк Атамбаев та үҙ илдәре менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тик Владимир Путин аша ғына хәл итеп буласағын яҡшы аңлай. Украина яғын тәү сиратта газ мәсьәләһе борсой. Әле үткән йылдың көҙөндә үк газ буйынса Рәсәй – Украина килешеүе яңынан ҡаралырға тейеш ине. Әммә Рәсәйҙәге бер-бер артлы һайлауҙарға бәйле был эш ярты юлда туҡталып ҡалды. Рәсми Киевтың Мәскәүгә төп дәғүәһе булып газ хаҡының юғарылығы тора. Бына ике йыл инде Украина Рәсәйҙән юғары хаҡҡа газ һатып алыуына зарлана. Билдәле булыуынса, Украинаның элекке премьер-министры Юлия Тимошенко, Рәсәйҙән газ һатып алыу буйынса килешеү төҙөшкән ваҡытта үҙ иле мәнфәғәтен ҡайғыртмауҙа ғәйепләнеп, 7 йылға иркенән мәхрүм ителде лә инде. Юлия Тимошенко ҡул ҡуйған килешеүгә ярашлы, 2012 йылда Рәсәй Украинаға йыл һуҙымында газдың мең кубометрын уртаса 416 долларға һатырға тейеш. Виктор Янукович белдереүенсә, был күрәләтә Украинаны талау булып тора һәм Рәсәй һатҡан газдың мең кубометры 250 долларҙан артыҡ булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй икенсе бер туғандаш ил — Белоруссияға 2012 йыл һуҙымында газдың мең кубометрын 165 долларға һатырға килешкән. Ошондай шарттарҙа Украина етәкселегенең Рәсәйгә дәғүә белдереүен аңларға була кеүек, әммә Украинаның элекке президенты Виктор Ющенко үҙе етәкселек иткән осорҙа Рәсәй менән ныҡ тәмһеҙләшеп өлгөргәйне шул. Заманында Украинаның Европаға, АҠШ-ҡа тартылыуы, НАТО-ға ағза булып инергә уҡталыу эҙемтәләре газ мәсьәләһендә килешеү төҙөшкән ваҡытта эҙһеҙ үтмәне, әлбиттә. Хәҙер килеп Виктор Януковичҡа Ющенко менән Тимошенконың “яндырып киткән күперҙәрен” яңынан төҙөргә тура килә.
Рәсәй – Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәренә килгәндә, Нурсолтан Назарбаев Владимир Путин менән осрашыуы барышында ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, Таможня союзы сиктәрендә Берҙәм иҡтисади зона булдырыу мәсьәләһен һөйләшеп килеште. Таможня союзына Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан инә. Рәсәй — Украина мөнәсәбәттәре яйланып китә ҡалһа, киләсәктә был союзға Украинаның да ағза булып инеү ихтималлығы бар, ти аналитиктар. Әммә бының өсөн ваҡыт һәм Украиналағы сәйәси тотороҡлолоҡ талап ителә.
Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев быйыл февраль айында ғына Мәскәүҙә булып киткәйне. Үткән аҙналағы килеүе иһә ил етәксеһе булып эшләй башлағандан бирле өсөнсөһө булып тора. А. Атамбаев былтыр октябрҙә генә Ҡырғыҙстан президенты итеп һайланды. Яңы президент та Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында. Ҡырғыҙстан да Украина кеүек Таможня союзына инергә дәғүә итә. Бының өсөн, әлбиттә, рәсми Бешкәккә Кремлдең бер үтенесен — НАТО-ның Ҡырғыҙстанда урынлашҡан “Манас” хәрби базаһын ябырға тура киләсәк. Атамбаев белдереүенсә, 2014 йылға “Манас” хәрби базаһы ябыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәйҙең “Кант” хәрби базаһының киләсәгенә шик белдереп ҡуйғылай. Ошондай шарттарҙа Ҡырғыҙстанды НАТО полигонына әүерелдермәҫ өсөн Рәсәй дипломаттарына ныҡышмалы эш алып барыу талап ителә.

“Батька”ны “ауыҙлыҡлай” алырҙармы?

Европа Советы бына нисәнсе тапҡыр инде Белоруссияға яңынан-яңы санкциялар ҡабул итә. Барыһы ла 2010 йылдың декабрендә Белоруссияла булған президент һайлауҙары мәлендә башланғайны. Ул ваҡытта һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң оппозиция вәкилдәре, законһыҙ сыуалыштар ойоштороуҙа ғәйепләнеп, власть тарафынан күпләп ҡулға алынды. Европа илдәре “батька”ның был аҙымын кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоу тип баһаланы һәм Белоруссияға ҡарата санкциялар ҡулланылды. Үткән аҙнала ҡабул иткән санкциялары иһә Белоруссияла ике террорсыны — 2011 йылдың 11 апрелендә Минскиҙа метро шартлатыуҙа ғәйепләнгән Дмитрий Коновалов менән Владислав Ковалевты үлем язаһына хөкөм итеүҙәре менән бәйле. Европа союзына ҡараған 27 илдең береһендә лә үлем язаһы юҡ һәм рәсми Брюссель был йәһәттән ЕС илдәре ғоманлы юлдан бара тип иҫәпләй. Шуға ла ЕС илдәре Белоруссия етәкселеген ҡанһыҙлыҡта ғәйепләй, ике террорсыға үлем язаһы биреп һәм енәйәт өсөн яуаплылығы асыҡланыр-асыҡланмаҫтан уны ғәмәлгә ашырыуҙа ғәйепләп сығыш яһай. ЕС менән Белоруссияның тәмһеҙләшеүенә тағы бер сәбәп — февраль аҙағында рәсми Минск Брюсселдән һәм Варшаванан кәңәшләшеү өсөн тип үҙенең илселәрен саҡыртып ҡайтартыуы. Быға яуап итеп ЕС илдәре ҙур шау-шыу ҡуптарҙы, һәм барлыҡ 27 ил “берҙәмлеккә теләктәш” булып Минскиҙан үҙ илселәрен саҡыртып ҡайтартты. Белоруссия иһә үҙ сиратында позицияһында ҡаты тороп, был илдәрҙән башҡаса илселәр ҡабул итмәйәсәген белдерә. Ошондай сетерекле мәлдә, әлбиттә, ЕС менән Белоруссия араһын көйләшеүҙә Рәсәй аралашсы ролен үтәр, моғайын. Сөнки ЕС — Белоруссия низағы эҙемтәләре Рәсәй иҡтисадында ла сағылыш табыуы ихтимал.

Тарих ҡабатланып тора

24 мартта Ҡырғыҙстанда Халыҡ революцияһы көнөн билдәләнеләр. Асҡар Акаевты көслөк менән властан ситләтеү көнө Ҡырғыҙстанда ял көнө булып иҫәпләнә. Был ваҡиғаға 7 йыл булып та китте. Бынан ике йыл элек Ҡорманбәк Баҡыевты ла Асҡар Акаев кеүек халыҡ сыуалышы ярҙамында етәкселектән алып ташлағайнылар. Ҡырғыҙстандың икенсе президенты Ҡорманбәк Баҡыев бөгөн Белоруссияла сәйәси һыйыныу табып, шунда йәшәп ята. Үҙенән алда эшләгән ике президенттың яҙмыштарын ҡабатламаҫ өсөн Алмазбәк Атамбаевҡа халыҡтың асыуын ҡабартмаҫҡа, улар яһаған хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн бик күп көс түгергә тура киләсәк. Ҡырғыҙҙар бер үк тырмаға өсөнсө тапҡырға баҫмаҫ, моғайын.

Ядро хәүефһеҙлеге алғы планда

Донъяның башҡа хәлдәренә килгәндә, Ирандың атом программаһы тирәләй һаман да бәхәстәр туҡталмай. 20 мартта АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон Иран менән хеҙмәттәшлек иткән илдәргә санкциялар ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе. Быға тиклем Иранға ҡарата ҡабул ителгән санкцияларға ярашлы, АҠШ йоғонтоһо аҫтында булған барлыҡ илдәр ҙә Ирандан нефть һатып алыуҙы сикләй барып, 1 июлдән бөтөнләй туҡтатыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Франция менән Бөйөк Британия 1 июлде көтөп тормаҫтан алдан уҡ Иран нефтенән баш тартыуҙары хаҡында белдергәйне. Үткән аҙнала Көньяҡ Африка Республикаһы ла уларҙың сафын тулыландырыуын белдерҙе. Йәғни был ил дә Иран нефтенән баш тартты. Хәҙер килеп АҠШ Японияны ошо мәсьәләлә ҡыҫымға алмаҡсы. Былтыр “Фукусима”лағы авариянан һуң Япония энергия ресурстарына ҙур ҡытлыҡ кисерә. Шуға ла улар тиҙ арала ғына АҠШ теләген үтәй алмаҫ төҫлө.
Ирандың уран байытыуы һәм КХДР-ҙың Ерҙең яһалма юлдашын осорорға йыйыныуы ошо аҙна башында Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеулда ядро хәүефһеҙлеге саммитында тикшереләсәк. Был саммитта Барак Обама менән Дмитрий Медведевтың эшлекле осрашыу уҙғарыуы планлаштырылған.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад