Хәл итәһе мәсьәләләр бар13.12.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советы президиумы эшендә ҡатнашты.
Республика парламенты етәксеһе Президиум ултырышындағы сығышында ил төбәктәрендә коррупцияға ҡаршы йүнәлештәге ике федераль закондың үтәлешенә мониторинг һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте. Улар дәүләт һәм муниципаль вазифаларҙы башҡарған кешеләргә ҡарата мәнфәғәттәр бәхәсенә юл ҡуймау сараларына һәм төбәк, шулай уҡ муниципаль депутаттар тарафынан үҙҙәренең һәм ғаилә ағзаларының килеме, сығымы, мөлкәте һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәр биреүгә ҡағыла.
Константин Толкачев әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәренән алынған мәғлүмәттәр күпселек субъекттарҙа закондарҙың үтәлеүе хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта тейешле төбәк һәм муниципаль норматив хоҡуҡ акттары ҡайһы бер төбәктәрҙә әле булһа ҡабул ителмәгән. Ул шулай уҡ ошо закондарҙы ҡулланғанда тыуған проблемалар тураһында ла һүҙ алып барҙы.



Вернуться назад