Зәки Вәлиди – мәшһүр ғалим, алдынғы сәйәсмән13.12.2016
Зәки Вәлиди – мәшһүр ғалим, алдынғы сәйәсмән
2008 йылда Мәскәүҙә булды был хәл. Элекке СССР дәүләттәренә ҡараған Яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашлығында халыҡ-ара форумға йыйылғанбыҙ. Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белеп, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ милләте вәкилдәре: “Зәки Вәлидиҙең Ватанынан!” – тинеләр тәрән ғорурлыҡ менән.
Нуғай телле Ҡабарҙа-Балҡар халыҡ яҙыусыһы Иса Капаев айырыуса ҙур иғтибар бүлде: “Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы бит улайһа һин!” – тип ебәрҙе хатта. Әлбиттә, уңайһыҙланыуҙың сиге булманы: “Туғандар түгел беҙ”, – тип аңлатырға тырыштым. Ул үҙ сиратында: “Вәлидиҙе биргән милләттең һәр балаһы бер-береһенә туған!” – тип ҡабатланы. Ул шундай ҙур ғорурлыҡ, атаҡлы ғалимдың нуғай халҡы тарихын ентекле өйрәнеүенә тәрән ихтирам тойғоһон белдерҙе. “Нәзмиә ханым ҡара нуғай бит.
Шулай булғас, Зәки Вәлиди беҙгә еҙнә була әле ул!” – тине хатта Иса. Бына шулай Башҡортостаныбыҙҙан ситтә лә беҙҙе ошо ерҙең даһи улдарының эшмәкәрлеге, фиҙакәрлеге ҡурсалауын тойҙом.

Быларҙы иҫкә алыуым юҡҡа түгел, 10 декабрҙә халыҡ-ара кимәлдә мәшһүр ғалим, Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалыусы Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 126 йыл тулыуы киң билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған саралар ошо көндәрҙә Өфөлә генә түгел, Ишембайҙа, Ташкентта, Яр Саллыла, Сибайҙа, Санкт-Петербургта үтте. Баш ҡалала байрам З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланып китте.
“Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүе” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”де асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов: “Тантаналар өс йыл дауамында барасаҡ. Шәхестең тыуған көнө менән барығыҙҙы ла тәбрик итәм!” – тине. “Түңәрәк өҫтәл”де алып барған ғалим Нурислам Ҡалмантаев һәр сығыш яһаусының З. Вәлиди шәхесен ниндәй юҫыҡта өйрәнеүе тураһында әйтә барҙы.
Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин: “Тап ошо музей бинаһында 1920 йылдың 14 мартында Башҡортостан Хөкүмәтен төҙөү тураһында һүҙ алып барғандар һәм, әлбиттә, унда Зәки Вәлиди ҡатнашҡан, ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған. Был йортта Вәлидиҙең тауышы яңғыраған, был коридорҙар уның аяҡ эҙен һаҡлай!” – тине.
Тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшә­рипов, Зәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеген тәрән өйрәнгән ғалим булараҡ, янып, ярһып фән әһеленең исеменә бысраҡ яғырға тыры­шыу­сыларға ҡаршы фекерҙәрен әйтте. Ул Т. Ю. Бурмистрова кеүек күренекле ғалимә­нең 1996 йылда баҫылып сыҡҡан күләмле мәҡәләһенә иғтибар бүлергә тәҡдим итте. “З. Вәлиди телсе ғалим булыуҙан тыш, ундан ашыу телдә иркен һөйләшкән һәм мәҡәләләрен дә тап шул телдәрҙә яҙған”, – тип һоҡлана Татьяна Юрьевна.
“Башҡортостан автономияһының хоҡуҡи нигеҙҙәре” тигән сығышында ғалимә Лена Сөләймәнова, һыҙыҡ өҫтөнә алып, түбәндәгеләрҙе билдәләне: “Рәсәй федерализмы Башҡортостан автономияһынан башланған. Уның башында торған шәхестәр үҙәк менән бәйләнештәрҙе хоҡуҡи нигеҙҙәргә таянып, һөйләшеп-килешеү рәүешендә төҙөргә ниәтләй. Көрәш юлы менән яулана автономия”.
Философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин сығышында уҙған быуатта йәшәгән башҡорт шәхестәренең юғары кимәлдә фекер йөрөтөүенә, Федератив килешеү документ­тарының килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙы тәрән өйрәнеп, юридик яҡтан иң сифатлы тауар кимәленә еткерелеүен билдәләне: “Хатта бөгөн ҡайһы бер документтар бындай юғары кимәлдә эшләнмәй. З. Вәлиди һәм уның фекерҙәш­тәренең сәйәси, хоҡуҡи яҡтан тәрән ғилемле булыуы хаҡында һөйләй былар барыһы ла. Төркиәлә ғалимыбыҙға арналған сарала төрки дәүләттәрҙән генә түгел, Япония, Индонезия кеүек илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Ана шунда күренде лә Вәлидиҙең ғилми, сәйәси эшмәкәрлеген нисек ҙурлау­ҙары. Төркөстанда уҙған Ә. Йәсәүиға арналған байрамда Төркиәнән килгән фән әһеле, З. Вәлидиҙең бында эшләп китеүен белгәс, тубыҡланып тупраҡты үпте һәм бер ус ерҙе муҡсайына һалып, атаҡлы ғалимдың ҡәберенә алып ҡайтып һаласағын әйтте. Ул шулай уҡ Ҡазан федераль университеты профессоры А. Ғаязовтың Германияла ике йыл эшләгәндә З. Вәлидигә ҡаршы әйтелгән ҡайһы бер фекерҙәрҙе тикшереп ҡарауын һәм сәйәси уйындар барышында бысраҡ яғырға тырышыусыларға ҡаршы сығырға әҙер булыуын һөйләне. Бер ниндәй архивтарҙа ла, дәүләт документтары араһында ла З. Вәлидиҙең эшмәкәрлеген шик аҫтына ҡуйырлыҡ мәғлүмәт тапмай ул һәм: “Әгәр хоҡуҡи яҡтан яҡларға кәрәк булһа, мин уның адвокаты булараҡ сығыш яһарға ла әҙер”, – тигән Алмас Ғаязов.
Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов: “Үҙ заманында ул күренекле дин әһеле Зәйнулла ишан менән осрашҡан. Бына ошо күрешеү юҡҡа булмаған, йәмәғәт. Зәки Вәлиди иман йәһәтенән дә нығынып, бары тик динде, телде, ерҙе һаҡлап ҡына беҙ милләтебеҙҙе һаҡлап ҡала алабыҙ, тигән киң билдәле васыятын еткергән”, – тине. Ғалимдың хәтирәләрендә “Әгәр Зәйнулла ишан менән осрашмаған булһам, мин дә ауылдағы ябай уҡытыусы булыр инем. Ул миңә киң донъяға фатихаһын бирҙе” тигән фекер бар.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, ғалим Зәки Әли­баев үҙ сығышында башҡорт әҙәбиәтендә Зәки Вәлиди образы төрлө дәүерҙә төрлөсә яҡтыртылыуы, әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан һуң халыҡта шәхескә ҡарата ыңғай фекер уяныуы, яңы әҙәби табыштар, шул иҫәптән Р. Байымовтың, Ғ. Хисамовтың, Н. Алсынбаевтың проза әҫәрҙәре, шиғриәттә яңы ҡарашлы шиғырҙар яҙылыуын билдәләне. М. Аҡмулла университеты студенттары Ислам Төхвәтуллин, Инсаф Хужабиргәнов З. Вәли­диҙең көрәштәше Ш. Бабичтың шиғырҙарын уҡыуы байрамды тағы ла рухландырып ебәрҙе.
“Түңәрәк өҫтәл” һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында ойошторола килгән “Вәлиди уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конфе­ренция­һына халыҡ-ара кимәлдәге статусын ҡайтарыуҙы һорап Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү, шәхестең исемен мәңгеләш­тереү эшен дауам итеү кеүек пункттар инде. Шуныһы ғына эсте бошорҙо: Өфө ҡалаһының тел, әҙәбиәт уҡытыусылары сараға саҡырылып та, бик күптәре килмәгәйне. Ошондай байрамға ла йөрөмәгән уҡытыусы шәхестәр хаҡында ниндәй телмәр тота икән уҡыусыһы алдында?


Вернуться назад