“Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе — хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам билдәһе”09.12.2016
“Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе — хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам билдәһе”
Бөгөн Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 36-сы ултырышы булды. Уның эшендә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Парламент Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Йыллыҡ программа- документта республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнә.


Ирек ЗАРИПОВ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
– Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам билдәһе тип ҡабул иттем. Республика Башлығының ябай халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы, атап әйткәндә, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы, эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан бурыстарының йыллыҡ документта сағылыш табыуы тәү сиратта иҡтисадтың тотороҡло үҫешенә этәргес булыр тип уйлайым. Мөрәжәғәтнамәлә һәр һүҙ, һәр фекер кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға ҡағыла. Рөстәм Зәки улының бигерәк тә һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм мәғлүмәт технологияларының үҫешенә айырым туҡталып китеүе иғтибарға лайыҡ. Төбәк етәксеһе дөрөҫ әйтә, бөгөн һәр нәмә үҫештә сағыла. Хатта шул уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһен генә алып ҡарайыҡ. “Бөгөн беҙгә медицина авиацияһын үҫтереү зарур. Телемедицинаны ла камиллаштырыу шарт. Бөгөн республикала 30 телемедицина үҙәге бар, әммә уларҙың бармаҡ менән генә һанарлығы сафта”, — тине Рөстәм Зәки улы. Ысынлап та, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр. Мәғариф өлкәһендә лә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Айырыуса урта белем биреүгә иғтибарҙы көсәйтеү зарур, кадрҙар проблемаһы ла үҙен һиҙҙертә.



“Иң мөһиме — туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ”

“Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе — хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам билдәһе”Зөһрә ИСМӘҒИЛЕВА, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе, нигеҙҙә, республика ҡоролошо, иҡтисадты үҫтереү, ресурстар, финанстар йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды. Үҙем өсөн иң мөһимдәрен билдәләнем, әлбиттә. Тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә, административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эшләргә кәрәк. Икенсенән, ауыл хужалығына ярҙам. Бер кемгә лә бәйле булмау өсөн импортты алмаштырыу, аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләләре буйынса камиллашыу мөһим. Был йәһәттән төбәк етәксеһенең бигерәк тә умартасылыҡ, балыҡсылыҡ кеүек тармаҡтарҙы үҫтереүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алыуы иғтибарға лайыҡ. Өсөнсөһө – белем биреү, йәштәр менән эш. Йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, рухи сығанаҡтарҙы тергеҙеү төп бурыс булып ҡала. Демография мәсьәләһенә килгәндә, беҙ ҡаҙаныштарыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәребеҙҙе лә беләбеҙ. Иң мөһиме — туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Рөстәм Зәки улының медицина авиацияһына, телемедицинаға ҡағылышлы фекерҙәре быға асыҡ миҫал.



“Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе — хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам билдәһе”“Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе — яңы йылға төп йүнәлеш”

Данияр АБДРАХМАНОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мосолман тәғлимәтен үҫтереү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры:
— Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе — яңы йылға төп йүнәлеш. Эш хаҡын арттырыу, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы көйләү, яңы эш урындары булдырыу — йыллыҡ программала ябай халыҡтың тормош сифатын туранан-тура билдәләгән бер тармаҡ та ситтә ҡалманы. Ә төп иғтибар, әлбиттә, иҡтисадҡа йүнәлтелде. Сөнки тотороҡло иҡтисади үҫеш шарттарында ғына социаль өлкәләлә лә алға китеш буласаҡ. Төбәк етәксеһе кадрҙар сәйәсәтенә лә баҫым яһаны. Был йәһәттән Хөкүмәткә, муниципалитеттарға аныҡ бурыстар йөкмәтелде.


Вернуться назад