“Берҙәм Рәсәй” берҙәмлек яҡлы06.12.2016
“Берҙәм Рәсәй” берҙәмлек яҡлы Үткән аҙнала илдең иң ҡеүәтле сәйәси ойошмаһы — “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙенең юбилейын билдәләне. 15 йыл дауамында Рәсәйгә намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт иткән осорҙа “Берҙәм Рәсәй”, ысынлап та, иң күләмлегә һәм йоғонтолоға әүерелә алды. “Реаль көс”, — тип баһаланы партияның мөмкинлектәрен ил Президенты һәм киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәктәрен әйтте. Ә Башҡортостан төбәк бүлексәһе иһә был датаны “Берҙәм Рәсәй” партияһының 15 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш менән билдәләне.

“Берҙәм Рәсәй” күп быуатлыҡ рухи ҡиммәттәргә һәм иң яҡшы традиция­ларға, партия ағзаларының профес­сионаллегенә һәм яуап­лылығына таянып, тергеҙеүсе командаға әүерелә алды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
– ”Берҙәм Рәсәй” тәүҙән үк ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итте. Йылдам тиҙлек менән иҡтисади ҡеүәтте тергеҙергә, илдең берҙәмлеген нығытырға, оборона һәләтен арттырырға, инвестициялар йәлеп итергә, социаль өлкәне үҫтерергә һәм иң мөһиме – халыҡтың именлеген арттырыуға булышлыҡ итергә кәрәк ине, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” – ҙур ойошма, тарихы, бай традициялары, проекттары һәм киләсәккә ғәмәлдәр программаһы булған коллектив ул. Партияның асыҡ стратегияһы, мөһим социаль проекттары бар.
Әле партия тарафынан йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә 40-тан ашыу проект ғәмәлгә ашырыла. Улар араһында “Реаль эштәр” тигәне иң күләмлегә һәм популярға әүерелде. Был проектҡа ярашлы нимә төҙөүҙе йәки төҙөкләндереүҙе кешеләр үҙҙәре хәл итә. 2015 йылда ул ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән етди ярҙамға, власть менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең сағыу миҫалына әүерелде. Уның нигеҙендә Башҡортостандағы ауыл, ҡала, район халҡының 700 проекты тормошҡа ашырылды. Мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөкләндерелде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү системалары сафҡа инде, биләмәләргә өлөшләтә газ һәм электр үткәрелде һ.б. Быйыл йәй халыҡтың наказы нигеҙендә “проблемалар банкы” төҙөлдө. Бөгөн проекттың тәжрибәһе менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Киләсәктә уның федераль кимәлгә сығыуы ла мөмкин.
Бынан тыш, партияның “Балаларға — балалар баҡсаһы”, “Ныҡлы ғаилә”, “Граждандар университеты”, “Изгелек кәрзине” кеүек проекттары ла халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Ғөмүмән, партия тарафынан ғәмәлгә ашырылған эштәрҙең барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыла.

Башҡортостан Респуб­лика­һында 89 меңгә яҡын кеше ”Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора. Республикала партияның 69 урындағы һәм 3 700 беренсел бүлексәһе иҫәпләнә.

Былтыр партияның төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә ике меңдән ашыу, урындағы ҡабул итеү бүлмә­ләренә иһә 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.



Вернуться назад