22 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов банк берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Сараға Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян, Рәсәй банкы рәйесе урынбаҫары Михаил Сухов, “МДМ Банк” йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Олег Вьюгин, “Альфа-Банк”тың идара рәйесе Андрей Соколов, Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов саҡырылғайны.
Осрашыуҙа республиканың иҡтисади үҫеше хаҡында һүҙ барҙы, социаль проблемаларҙы яйға һалыуға, шул иҫәптән ипотека кредитлауы өлкәһен камиллаштырыуға банк секторын йәлеп итеү, ҙур инвесторҙарға, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең банк берләшмәһе вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеше дауам итеүен билдәләне.
— Күптән түгел Милли банкта эштәргә йомғаҡ яһаныҡ. Шунда уҡ алдыбыҙҙа торған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ентекләп һөйләштек, — тине Башҡортостан Президенты. — Банктар 2011 йылда тотороҡло эшләне. Был беҙҙең өсөн дә мөһим.
Республика үҙ алдына халыҡты социаль торлаҡ менән тәьмин итеү, арзан йорттар төҙөү, етди инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләрен ҡуя, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
— Әлбиттә, ошо бурыстарҙы хәл иткәндә банктарһыҙ бер ни ҙә эшләй алмаясаҡбыҙ, — тине республика башлығы. — Был айырыуса торлаҡҡа ҡағыла.
Президент баш ҡаланың күсемһеҙ милек баҙары торошона анализ яһаны. Беренсел баҙарҙа ҡәҙимге торлаҡтың 1 квадрат метры 50 мең һумдан ашыу тора. Ә халыҡтың түләү һәләте юғары түгел. Арзан ғына түгел, уртаса хаҡтағы йорттарҙы ла күберәк төҙөргә кәрәк.
— Шуға күрә программаларҙы тормошҡа ашыра башларға ваҡыт, — тип эш йүнәлеше бирҙе Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа эшҡыуарҙарҙы кредитлау мәсьәләләре лә ҡаралды. Республикала микрофинанслау үҙәктәре, ҙур банктар ҡарамағында консультация пункттары асыла.
— Бындай хеҙмәттәргә ихтыяж бар. Был йәһәттән беҙ ҡәнәғәт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һаҡлыҡ банкы менән ошо йүнәлештә эшебеҙ яҡшы бара. Тағы ла бер ҡабатлайым: әйләнеште үҫтерергә кәрәк. 2011 йылда алдыбыҙға ҡуйған ҡайһы бер күрһәткестәрҙе үтәй алманыҡ. Банк системаһының үҫешенә, киләсәгенә өмөт бағлайбыҙ.
Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, Өфөлә үткән “Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат” VIII фәнни-ғәмәли конференцияһында Башҡортостан Президенты билдәләгән ҡайһы бер проблемалар тикшерелә, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау стандарты ҡарала. Айырым бер секция торлаҡ баҙарын финанслауға арналған.
А. ХӘЛИЛОВ.