Ышаныс күрһәтелде29.11.2016
Ышаныс күрһәтелде Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Владимир Нагорный Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Сергей Молчанов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Владимир Александрович Нагорный 1957 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасаба­һында тыуған. 1983 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Сәнәғәт төҙөлөшө ғилми тик­ше­ренеү институтында башлай. Унда өлкән техник, инженер, сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире булып эшләй. 2014 — 2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.

* * *

Ышаныс күрһәтелдеРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тағы ла бер Указы менән Ильяс Мөниров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Ильяс Яхъя улы Мөниров 1968 йылда Балтас районының Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған. Өфө нефть институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда “Башнефтезаводстрой” йәмғиәтенең генподряд төҙөлөш фирмаһында башлай. Унда участка мастеры, начальнигы, етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары була. 2010 — 2016 йылдарҙа — Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

* * *

Ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Евгений Гурьев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнде.

Евгений Александрович Гурьев 1971 йылда Бөрөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтын тамамлай. Юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1995 йылда “Башҡортостан” коммерция агросәнәғәт банкында башлай. Унда төп юрисконсульт, хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы булып эшләй. 2014 — 2016 йылдарҙа Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры була.


Вернуться назад