Тәҡәтһеҙ бер хакимды хәтерләп... Ҡырҡ биш йыл әүәл Никита Хрущев баҡыйлыҡҡа күсте. Был ваҡытта уға 77 йәш тулып уҙғайны. Хәҙерге заманда йәшәүселәр был исемде, бәлки, онотҡандыр ҙа. Ләкин тарих һандығы иркен, унда яҡшы менән яманға ла, батыр менән бахырға ла урын табыла. Коммунистар фирҡәһе Үҙәк Комитетының беренсе секретары Никита Сергеевич Хрущевтың тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә байҡау яһаһаҡ, был етәксе, бер яҡтан, көсөргәнешле хәлдә йәшәгән йәмғиәткә ниндәйҙер дәрәжәлә йомшарыу индергән шәхес булараҡ күҙ алдына баҫа, икенсенән, йәшәйештең яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарын һанға һуҡмаған волюнтарист даны менән билдәләнә. Уның тәржемәи хәленә бер төрлө генә баһа биреп, шул аныҡ фекерҙә ҡалыу мөмкин түгел.
Тарихсылар Хрущев шәхесенең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуын бер тауыштан иҫбатлай. Был хәл уның ҡәберенә күптән түгел вафат булған скульптор Эрнст Неизвестный эшләп ҡуйған һәйкәлдә лә сағылыш тапҡан: ул аҡ һәм ҡара мәрмәрҙән тора. ХХ съезда Сталиндың шәхес культын фашлап, Хрущев үҙ фекеренән шунда уҡ ҡайта ла башланы. Сталин дәүерендәге ҡиммәттәрҙән һүҙҙә баш тартыу менән бергә, илдәге тәртиптәр ғәмәлдә үҙгәрешһеҙ ҡалды. Хрущевтың ихлас инаныуынса, Сталин осоронда булдырылған социаль һәм сәйәси ҡоролош, камил уҡ булмаған хәлдә лә, йәнәһе, тамырынан үҙгәртеүгә йәки реформалауға мохтаж түгел икән. Партия һәм хөкүмәт етәксеһенең уйынса, аппаратты яңыса көйләү, урындарға башлы, дәртле кешеләрҙе тәғәйенләү ҙә етә.
Мәсьәләне шулай ябайлаштырып аңлау башы-аҙағы булмаған административ реформаларға, номенклатураны бер урындан икенсеһенә күсереүгә ҡайтып ҡалды. Бынан тыш, Хрущев хужалыҡ итеүҙең яңы ысулдарын индерергә, йәғни ауыл хужалығында һәммә колхоздарҙы ла совхозға әйләндерергә тырышты, совнархоздар булдырылды, ауыл хужалығында химиялаштырыуҙы көсләп таҡты, технологияла квадрат оя ысулы, ә культуралар араһында кукуруз өҫтөнлөк алды.
Никита Сергеевич тәҡәтһеҙ, уҫал холоҡло, тиҙ генә мауығып барған кеше ине. Ҡарарҙарҙы уйламай ҡабул итеүе, уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбен аңлай алмауы ил тормошон болғаныуға, халыҡ хужалығын тарҡатыуға килтерҙе. Инҡилап һәм граждандар һуғышынан һуң ил етәкселегенә тәрән белем ала алмаған, әммә шау-шыуға әүәҫ байтаҡ кешеләр килгән. Хрущев – шундайҙар иҫәбендә. Юғары вазифалы партия хеҙмәткәрҙәре араһында эштән бигерәк һүҙҙе алға ҡуйған, һәммә эшкә бер юлы тотоноп та, аҙағына еткермәгән кешеләр күп ине шул.
Балалыҡ һәм үҫмерлек осорона тура килгәнгәлер, мин Никита Сергеевич хакимлыҡ иткән йылдарҙы яҡшы хәтерләйем. Әйтәһе лә түгел, Хрущевҡа Сталиндан ғәйәт ауыр мираҫ – тамам бөлгән ауыл хужалығы ҡалғайны. Уға ғына хас дыуамаллыҡ менән һәм ауыл тормошонда үҙен иң шәп белгес итеп һанап, Никита Сергеевич крәҫтиәндәрҙе бәхетле донъяға бер ынтылыуҙа сығармаҡ булды. Бының төп юлы итеп колхоздарҙан совхоз яһау һайланды. Йәнәһе, дәүләт ауыл хужалығы предприятиелары ғына етештереүсәнле эшләй һәм халыҡты арзан продукттар менән тәьмин итә ала.
Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүгә тәүәккәллек итеү, беренсенән, яңы ерҙәрҙә юғары уңыш алыуҙы һәм икмәк мәсьәләһен ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ алдында тотһа, икенсенән, әлеге совхоздарҙы ойоштороу маҡсатында эшләнде. Аҙыҡ-түлек сығанаҡтарына асҡысты Хрущев Ҡаҙағстан, Себер, Көньяҡ Урал далаларында табырға өмөтләнде. Дәүләттең былай ҙа наҡыҫ ҡына аҡсаһы сиҙәмгә йүнәлтелде, илдең Европа өлөшөндәге өлкәләр унан мәхрүм ҡалды.
Меңдәрсә кешенең тырышлығы менән йөҙҙәрсә мең гектар ҡырағай дала һөрөнтө ергә әйләнде һәм халыҡ ҡаһарманлығы тәүге йылдарҙа уҡ мул уңыш килтерҙе. Әммә тәбиғәт ҡанундарын урап үтеп тә, юғары ҡарарҙар менән алмаштырып та булмай. Бер нисә йыл килгән муллыҡ ерҙәрҙең көсһөҙләнеүе менән тамамланды. Ҡоролоҡтан сәсеүлектәр кипте, тупраҡ туҙан булып осто, күптән түгелге уңдырышлы ерҙәр тоҙлоҡҡа әйләнде. Һөҙөмтәлә сиҙәм икмәгенең хаҡы ил буйынса уртасанан юғарыраҡ булып сыҡты. Хрущев иһә уңышһыҙлыҡтарҙа урындағы етәкселәрҙе ғәйепләне, ә уға бары ғалимдарҙың айыҡ фекерҙәренә һәм иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалырға ғына кәрәк ине.
Никита Сергеевич мауыҡҡан йәнә бер нәмә кукуруз булды. Америкаға сәфәрендә фермерҙарҙың уңышына хайран ҡалып, ул илебеҙҙәге сәсеүлектәр структураһын ашығыс рәүештә үҙгәртергә бойорҙо. Кукурузды һәр ерҙә, хатта иң төньяҡта ла сәсеү мәжбүри төҫ алды. Хрущевтың фекеренсә, Чукоткала картуф ултырталар икән, ниңә кукуруз да сәсмәҫкә әле? “Кукуруз – баҫыу батшаһы” тигән лозунг тотош ауыл хужалығы тармағы стратегияһына әүерелде. Был культура, мөғжизәгә эйә булып, халыҡты ит менән тәьмин итергә, сәнәғәттең бер нисә тармағына сеймал бирергә тейеш ине. Ул йылдарҙа телдән төшмәгән саҡырыуҙарҙы тәржемә итмәйенсә генә яҙайым: “Кукурузу не напрасно мы так ценим высоко: кукуруза – это мясо, сало, масло, молоко”. Йәки: “Я культура хлебная, я и ширпотребная! Я крупа и маргарин, я мука и желатин, каучук и ацетон, и тройной одеколон”.
Хрущев “башланғыстарының” йәнә береһе СССР-ҙың АҠШ менән малсылыҡ өлкәһендәге ярышына ҡайтып ҡала. Сиҙәм ашлығы менән кукуруз был ил менән уҙышырға мөмкинлек бирәсәгенә ихлас инанып, ул “Американы һәр кеше иҫәбенә ит, һөт һәм май етештереү буйынса ҡыуып етергә һәм уҙып китергә” тигән лозунгты “КПСС-ҡа дан!” менән бер рәткә ҡуйҙы. Өлкәләр һөт һәм ит тапшырыу планын ваҡытынан алда үтәү, өҫтәмә йөкләмәләр алыу тураһында кемуҙарҙан рапорт бирә башланы. Йыш ҡына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был етештереүҙе арттырыу юлы менән түгел, бәлки, тоҡом малдарын һуйыу, ит һәм майҙы халыҡтан һатып алыу иҫәбенә башҡарылды. Тәбиғи, күрһәткестәр алдағы йылда уҡ ҡырҡа насарая ине. Тимәк, был кампанияның күҙ буяу булыуы көн кеүек асыҡ.
Шулай итеп, кукуруз тарихы ла буш ҡыуыҡ кеүек шартланы. Быға ҡәҙәр күрелмәгән уңыш тураһында саң һуғып, урындағы етәкселәр ҡайһы саҡ өлгөрмәгән кукурузды силосҡа сабып та һалмай, трактор менән тапата ғына ине. Ә баҫыуҙы ҡар ҡаплағас, донъя – һин дә мин. Ғөмүмән, куруруз эпопеяһы халыҡҡа бихисап бәләләр алып килде. 1963 йылда ил аслыҡ сигенә етте. Ҡалала йәшәүселәр һыу буйы сираттарға теҙелде. Сәғәттәр буйы тороп алған икмәк теш үткеһеҙ ҡаты ине, сөнки уға, бойҙайҙы һаҡсыл тотоноу йөҙөнән, әлеге кукурузды өҫтәй торғайнылар. Беҙ, университет студенттары, уҡытыусыларыбыҙға ярҙам йөҙөнән, ауылдан уларға он күтәреп тә килгеләнек. Шул саҡ илебеҙ тәү тапҡыр, алтын биреп, ситтән иген һатып ала башланы.
Хрущев бөлгән ауыл хужалығын баҫыусылыҡты химиялаштырыу юлы менән ҡотҡарырға һәм уңышты ҡырҡа күтәрергә маташып ҡараны. Тәбиғәт ҡот осҡос химик һөжүмгә дусар булды һәм баҫыу ситтәрендә тутығып торған цистерналар тормошҡа ашмаҫ сираттағы проекттың өнһөҙ шаһиттары булып ҡалды. Никита Сергеевич, дәүләт эшмәкәре булараҡ, абруйын да, халыҡтың ышанысын да тамам юғалтты.
Шуныһы ғибрәтле, Хрущевтың һәммә “тәжрибәләре лә” “коммунизм төҙөүҙе” башлау осорона тура килде. Мәсьәлә шунда: 1961 йылда үткән ХХII съезда партияның яңы программаһы ҡабул ителде һәм бар илгә, тантаналы рәүештә, СССР коммунизм төҙөүгә тотона, уны 1980 йылға тамамлау күҙаллана, тип әйтелде. Был йәһәттән Хрущев инҡилаптан һуң “хәрби коммунизм” төҙөгән утопист большевиктарҙан әллә ни айырылмай.
Иосиф Сталиндың хакимлыҡта 28 йыл ултырыуын хәтерләгәндә, Хрущевтың дәүләт башындағы ун бер йылы бигүк күп тә тойолмай. Ләкин, илдәге бөтә власты үҙ ҡулында йомарлап тотҡанда, ярҙамсыларың һинең һәр һүҙеңә сәпәкәйләп, һәр ғәмәлеңде фатихалап торғанда, тарих өсөн тоҡос ошо арала ла төҙөк донъяны боҙоп, боҙоҡ донъяны тамам юҡ итеп өлгөрөргә мөмкин.
Рус этнологы Лев Гумилев “пассионар” тигән терминды ҡулланыуға индергәйне. Ул кәртәләргә ҡарамай, ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа ярһып, күҙ йомоп ынтылыуҙы аңлата. Шул мәғәнәне ҡулланғанда һәм Хрущевтың дәүләт башындағы эшмәкәрлеген бергә төйнәп анализлағанда, уны ла пассионар шәхестәр рәтенә ҡуйып булалыр. Никита Сергеевичтың эшмәкәрлегенә, байтаҡ йылдар уҙғас, тикшеренеүсенең шәхси зауығына һәм осорҙағы сәйәси конъюнктураға ҡарап, оторо ҡапма-ҡаршылыҡлы баһалар бирелде.
Сәйәси тотороҡлолоҡ булмаған, этика ҡанундары нығынмаған һәм ябай халыҡ хакимдарҙы “игелекле батша – яман батша” критерийҙарынан сығып хөрмәт иткән-дошман күргән йәмғиәттә был – тәбиғи хәл.
Никита Хрущевтың тәржемәи хәлен тәфсирләй башлаһаҡ, гәзит сәхифәһе генә тар булыр. Асылда уның хеҙмәт юлы һәм ғүмер итеүе ул осорҙағы партия-совет номенклатураһы кадрҙарыныҡынан әллә ни айырылмай. Уҙған быуаттың 20-се йылдар аҙағында партия эшенә йәлеп ителгәнгә ҡәҙәр Донбасс заводтарында һәм шахталарында слесарлыҡ һөнәрен үҙләштергән ауыл малайы ул. Әйткәндәй, уның “крәҫтиәнлеге” нағышлы күлдәк, киң салбар кейеп, нәзәкәтле һүҙ һайламай, тупаҫыраҡ халыҡ теле менән һөйләшеүендә генә күҙгә ташланмаған. Заманында Промакадемия тамамлаһа һәм артабан ҡалала йәшәһә лә, Хрущевтың ауыл еренә, уның мәсьәләләренә үҙенсә төшөнөргә тырышыуы һәр даим һаҡлана килгән.
Баһалауҙың самаһын белмәгән кешеләр ил тарихындағы һәр осорға йә “тоталитарлыҡ”, йә “торғонлоҡ” тигән, йә бүтән мөһөр баҫа килә. Хрущев хакимлыҡ иткән йылдар “епшек” дәүере тип хәтергә инеп ҡалды. Илья Эренбургтың Сталин вафатынан һуң яҙылған романдарының береһе лә “Оттепель” тип атала. Йәнәһе лә, 1956 – 1964 йылдарҙа совет зыялылары мөхитенә тынды иркенәйтер саф һауа инә башлаған. Журналдар А. Солженицындың “Иван Денисовичтың бер көнө” һымаҡ әҫәрҙәрҙе баҫыуға йөрьәт иткән. Шул уҡ ваҡытта Б. Пастернакка “Доктор Живаго” романы өсөн бирелгән Нобель премияһын алыу тыйылған. Хрущев хакимлыҡ өсөн көрәштән бүтән һәммә нәмәлә томана булған, әммә ул сәнғәт һәм әҙәби әҫәрҙәргә кире ҡаҡҡыһыҙ баһалар биреүҙән тартынмаған. Ошонда рус публицисы һәм тәнҡитсеһе Дмитрий Писаревтың әйткәне хәтергә килә: “Шәхси йөҙө булмаған, уға ышанырға ла, асыуланырға ла ярамаған кеше менән ни хәл ҡылмаҡ кәрәк инде? Сөнки ғәмәлдәре, һүҙҙәре һәм эш-хәрәкәттәренең сәбәбе тирә-йүндәге донъяла түгел, ә уның үҙендә ята”.
Никита Сергеевич осоронда, фашизмды күптән түгелге еңеү дәрте һүрелмәгән илдә сәнәғәттә лә, фәндә лә ғорурланып һөйләрлек уңыштарға өлгәшелгән. 1954 йылда Мәскәү эргәһендәге Обнинск ҡалаһында тәүге атом электр станцияһы ток биргән, шул уҡ йылда “Ленин” атом боҙ ватҡысы диңгеҙгә сыҡҡан. Ерҙең тәүге яһалма юлдашы. Аҙаҡтан “хрущевкалар” тип түбәнһетелеп исем тағылһа ла, ҡоласлы торлаҡ төҙөлөшө. Айырым фатирға инеүҙең ниндәй бәхет булыуын йорт-ерһеҙ интеккәндәр яҡшы белә.
Хрущевтың ҡапыл тоҡанып китә торған холҡо халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә байтаҡ уңайһыҙлыҡтарға килтереүе мәғлүм. Куба һәм уға бәйле Америка менән хәрби бәрелешкә барып етә яҙыу, Венгриялағы инҡилапты көс менән баҫыу, ғәрәп дәүләттәре менән сәйер әшнәлек, уның БМО Генераль Ассамблеяһындағы сығышы... Һәм илдең эсендә иҡтисади хәлдәрҙең ифрат ауырлашыуы.
Ҡарауыл алмашыныуын ил халҡы илтифатҡа алманы ла шикелле. Уның тәҡәтһеҙ холҡо теңкәгә тейеп өлгөргәйне, ҡайһылыр иркенлекте баһалаусы аҙ булды. Тәғәм итер ризыҡһыҙ көн иткәндә, һинең бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформаларың кемгә кәрәк? Унан һуң, теремек, кешеләр менән һин дә мин аралашҡан ҙур етәксе халыҡтың юлбашсылар тураһында уйлаған олпатлылыҡ, бөйөклөк кәүҙәләнешенә яуап бирмәй ҙә ине.
Никита Сергеевичты ҡулдаштары етәкселек итеүҙә волюнтарлыҡта ғәйепләне. Йәғни ул тәбиғәт һәм иҡтисад закондарын инҡар иткән, уларҙы үҙенең шәхси ихтыярына ҡалдырған, субъективлыҡҡа юл ҡуйған. Һәр хәлдә, кемдең фекере хаҡҡа сыҡҡанлығын тарих күрһәтте.
Әгәр совет дәүләтенә Н.С. Хрущев етәкселек иткән ун бер йылды ҡараңғылыҡ эсендә генә күрһәк, хаҡлыҡҡа хыянат булыр ине. Ул осор ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштар ҙа алып килде. Беҙ тәүге булып ғаләмгә Ерҙең яһалма юлдашын сығарҙыҡ. Йәнә дүрт йыл үтеүгә, Юрий Гагарин космосҡа күтәрелде. Валентина Терешкова ла шул юлдан йөрөп ҡайтты. Братск ГЭС-ы ток бирә башланы, колхозсылар пенсия алыу бәхетенә иреште, Мөслим Магомаевтың йондоҙо балҡыны. Шул уҡ ваҡытта Новочеркасск ҡалаһында эшселәргә ҡаршы ут асылды, СССР менән АҠШ ядро һуғышы сигендә ҡалды, яҡташыбыҙ, балет артисы Рудольф Нуриев сит илгә ҡасып сығырға мәжбүр булды... Батырлыҡ менән бахырлыҡ, мәрхәмәт менән ҡәбәхәтлек бергә төйнәлгән йылдар.
1964 йылдың октябрендә Никита Сергеевич Хрущев эшен ҡалдырырға мәжбүр булды. Хоҙай уға тағы ете йыл ғүмер бирҙе. Артабан – онотолоу, һирәк-мирәк кенә иҫкә алыу, хурлау.
***...1959 йылда АҠШ-тың Миссисипи штатындағы Флеминг фамилиялы афроамерикандар ғаиләһендә донъяға килгән һигеҙенсе балаға Никита Хрущев тип исем биргәндәр.