Сәсеүгә әҙерлек тикшерелде24.03.2012
Кисә Аҡъярҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында миҙгелгә бәйле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса штабтың күсмә ултырышы үтте, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Был — бишенсе күсмә ултырыш. Унда республика райондарының сәсеү кампанияһына әҙерлеге тикшерелде. Ултырышты ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов алып барҙы. Кәңәшмәлә ведомствоның идаралыҡ һәм бүлексәләре, яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу буйынса район штабтары етәкселәре, баш агрономдар, инженерҙар ҡатнашты. Белгестәр быйылға дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләне һәм федераль, республика субсидияларын алыу ысулдарын аңлатты. Штаб ултырышында һәр райондағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителде. Ауыл хужалығы техникаһы торошона һәм әҙерлек барышына, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү кимәленә баһа бирелде.
Ғ. НӘБИЕВА.


Вернуться назад