Вьетнам илселеге ҡыҙыҡһына24.03.2012
Өфөгә Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Фам Суан Шон етәкселегендәге делегация килде.
23 мартта делегация вәкилдәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда Вьетнам менән Башҡортостан араһында тауар әйләнешен арттырыу, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү, нефть һәм газ, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте, энергетика, эшҡыуарлыҡ һәм фән өлкәләрендә берлектәге хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәештәрен айырып билдәләне.
— Вьетнам менән мөнәсәбәттәргә килгәндә, әлбиттә, ул тейешле кимәлдә үҫеш алмағандыр, моғайын. Шулай ҙа һеҙҙең ил предприятиелары менән әүҙем эшләйбеҙ. Башҡортостанда Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында 60-тан ашыу предприятие асылған. Ғилми тикшеренеү институттары араһында ла мөнәсәбәттәр яйға һалынған. Республикалағы юғары уҡыу йорттарында Вьетнамдан 70-тән ашыу студент һәм аспирант белем ала. Тимәк, ҙур эште башлау өсөн нигеҙ бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, әле нефть һәм газ өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, белгестәр әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлекте ойоштороу өсөн “Башҡортостан — Вьетнам” халыҡ-ара ғилми тикшеренеү һәм белем биреү үҙәген асыу мәсьәләһе ҡарала. Ул илсегә ошо проектты үҫтереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
— Күреүебеҙсә, һеҙҙә хеҙмәттәшлек өсөн ғәйәт ҙур ҡеүәт бар, — тип белдерҙе Вьетнам дипломаты.
Вьетнам делегацияһының сәфәре 25 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Кисә республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән дә осрашыу булды. Республиканың баш ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мэриялағы осрашыу барышында Өфө менән Вьетнамдың эшлекле даирәләре араһында ҡулланыусылар баҙары өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелгән.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад