“Сәйәси шахмат” таҡтаһында яңы король шикелле...15.11.2016
“Сәйәси шахмат” таҡтаһында  яңы король шикелле... Донъя аналитиктары өсөн буш хыял булып күренгән хәл бойомға ашты – миллиардер Дональд Трамп Америка Ҡушма Штаттарының президенты вазифаһына һайланды. Уның тәхеткә менеп ултырырына һайлауҙар тамамланғанға тиклем ышанманылар. Ысынлап та, Трамптың мөмкинлеге күп тигәндә лә 30 процент самаһы тәшкил итте. Өҫтәүенә Хиллари Клинтонды әлеге президент Барак Обама хупланы, Американың ҡалын кеҫәле ҡатламы таяныс булып торҙо. Ләкин...
Дональд Трамп президент вазифа­һын киләһе йылдың ғинуар айында үтәй башлаясаҡ. Әлбиттә, ул алып барған сәйәсәт АҠШ-тың ғына түгел, донъяның иҡтисади һәм сәйәси халәтенә һиҙелерлек йоғонто яһаясағы көн кеүек асыҡ.
Шулай ҙа президент һайлауҙары барышында Трамп нимәләр вәғәҙә итте һуң? Һүҙ ҙә юҡ, вәғәҙәләрҙең барыһы ла үтәлмәгән осраҡта ла, уларҙың ҡайһы бер мөһимерәктәренә күҙ йүгертеп үтәйек.
2016 йылда Америка халҡын иң борсоғаны иҡтисади мәсьәләләр булды: һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 проценттан ашыуы был мәсьәләне “иң мөһим” тип баһалай. Барак Обама идара иткән осорҙа ябай халыҡтың көнкүреше мөшкөлләнә барҙы, 43 миллион самаһы кеше ярлылыҡта көн күрә. Трамп иһә үҙенең һайлау алды программаһында уларҙың матди хәлен яҡшыртырға, һалым системаһын яңыртырға вәғәҙә бирҙе. Мәҫәлән, ул һалым ставкаһын ҡыҫҡар­тырға, мираҫҡа булған һалымдан азат итергә теләй. Шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа һалым “йөгө” еңеләйер тип өмөт­ләнә. Трамптың вәғәҙәһенә ҡарағанда, компаниялар килемдең әлеге 35 проценты урынына 15 процентын түләйә­сәк. Ләкин, белгестәр фекеренсә, бындай саралар бюджетҡа килгән һалым­ды 4 – 5 триллион долларға кәметәсәк һәм АҠШ-тың дәүләт бурысы ун йыл эсендә 5,3 триллион долларға артасаҡ.
Трамп һалымдарҙы кәметеү генә түгел, киң күләмле инвестицияларҙы 500 миллиард долларға арттырыуҙы ла тәҡдим итә. Был осраҡта инде, АҠШ-тың дәүләт бурысын түләү мөмкинлеге тураһында һүҙ йөрөтөп булмай.
Дональд Трамптың иҡтисади сәйәсәтенең тағы бер төп йүнәлеше – яңы эш урындары булдырыу. Обама хакимлыҡ иткән осорҙа, Трамптың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшһеҙҙәрҙең һаны 14 миллионға артҡан. Бының өсөн ул иммиграцияға ҡаршы көрәш асырға һәм законһыҙ рәүештә Америкаға килгән 11 миллион кешене үҙ илдәренә ҡайтарырға йыйына.
Әйтергә кәрәк, Трамптың Аҡ йортҡа килеүен ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу сәнәғәтендә эшләгәндәр өмөт менән ҡаршылай. Ул нефть, тәбиғи газ, ташкүмер сығарыуға сикләүҙәрҙе юҡ итергә уйлай. Йәй айҙарында, ҡаҙылма байлыҡтарға бай Докота штатында булған саҡта, ташкүмер сәнәғәтен ҡотҡарасағы тураһында вәғәҙәләне.
Хәйер, юғары вазифаға һайлауҙар барышында кем ниндәй вәғәҙә бирмәҫ!? Бындай хәлде үҙебеҙ ҙә күреп, ишетеп торабыҙ.
Шулай ҙа Трамп тәхеткә ултырған­дан һуң донъя иҡтисадын нимә көтә? Сәйәси һәм иҡтисади аналитиктарҙың күбеһе, АҠШ-тың һәм донъя иҡтисадын етди һынауҙар һағалай, тиҙәр. Финанс баҙары үҙенең активтарын һаҡлау сараһын күрә лә башланы, инвесторҙар Клинтондың еңеүенә өмөтләнде, ә Трамптан нимә көтөргә, әлегә берәү ҙә белмәй. Тимәк, “билдәһеҙлек” осоро оҙаҡҡа һуҙылырға һәм акциялар, сеймал фьючерстары, башҡа активтар кинәт арзанайырға мөмкин.
Һайлау алды кампанияһы ваҡы­тын­да Трамп Канада һәм Мексика менән АҠШ-тың сауҙа килешеүен ҡайтанан ҡарарға, Ҡытайҙан килтерелгән барлыҡ тауарҙарға 45 процент тариф ҡуйырға вәғәҙә итте. Бындай сәйәсәт тормошҡа аша ҡалһа, АҠШ-тың Бөтә донъя сауҙа ойошмаһындағы (ВТО) бурыстарын боҙоуға һәм Ҡытай менән “сауҙа һуғы­шы”на килтерәсәк. Юғары даирәләге белгестәрҙең фекеренсә, төп иҡтисади хәүеф Американың Ҡытай менән сәйәси һәм сауҙа мөнәсәбәттәрендә буласаҡ. Ғөмүмән, әгәр Трамп Ҡытай, Канада, Мексика тауарҙарына сикләү тарифын ҡуйып, иммигранттарҙы илдән сығара башлаһа, АҠШ иҡтисады үҫеүҙән туҡтаясаҡ, тиҙәр.
Һәр кемгә үҙ күлдәге яҡын, тигәндәй, Рәсәй иҡтисадын ниҙәр көтөүе тураһында фаразлап, белгестәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалып ҡарайыҡ.
“Рәсәй – Трамптың һайланыуын ҡәнәғәтлек менән алҡышлап ҡаршы­лаған илдәрҙең береһе, – тип яҙа иҡтисадсы Чарльз Робертсон. – Киләһе йылда Мәскәүҙең Америка санкцияларынан ҡотолоу мөмкинлеге тыуа”. Башҡа белгестәр ҙә Трамптың еңеүе Рәсәйгә ҡулайлы тип иҫәпләй, сөнки яңы президент, Мәскәү менән мөнә­сәбәттәрҙе көйләү маҡсатында, санкцияларҙан баш тартырға мөмкин. Был осраҡта инде, иҡтисадсылар әйтеүенсә, Рәсәй бизнесы иркен һулыш аласаҡ.
Шулай ҙа был фекерҙәр менән килешмәгәндәр ҙә бар: “Санкцияларҙан тиҙ арала ғына баш тартыу мөмкинлеге юҡ, – ти улар. – Америка президен­тының киҫкен хәрәкәттәрен сикләгән көстәр ҙә бар. Өҫтәүенә Рәсәйгә ҡаршы һәр саҡ ҡаты саралар ҡулланыу яҡлы булған республикасылар конгреста күпселекте тәшкил итә. Әлбиттә, яңы президент уларҙың фекеренә ҡолаҡ һаласаҡ. Шуға күрә тиҙ арала санкцияларҙан баш тартыу көтөлмәй”.
Нисек кенә булмаһын, Рәсәй нефть хаҡының төшөүенә күнегә бара, көрсөктән сығыу юлдарын сеймалдан башҡа етештереү өлкәләрендә эҙләй. Унан Рәсәй менән Америка араһын­дағы сауҙа әйләнеше киң күләмдә түгел. Мәҫәлән, 2015 йылда ике ил араһындағы тауар әйләнеше 28 про­центҡа кәмеп, 21 миллиард доллар тәшкил итте. Шуға ла яңы президент һайланыуҙан илебеҙҙә иҡтисади үҙгәрештәр көтөргә кәрәкмәй. Был турала Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов та белдерҙе.
...Ә әлегә Трампты үҙ “көйҙәренә” бейетергә теләп, өгөт-нәсихәт бирә лә башланылар. Әйтәйек, Германияның оборона министры Урсула фон дер Ляйен Рәсәй Президенты Владимир Путинға ҡарата йомшаҡлыҡ күрһәт­мәҫкә өгөтләй: “Трамп үҙенең ҡайһы яҡта булыуын аныҡ билдәләргә тейеш, – ти ул. – Путин менән һөйләшкән саҡта, Ҡырымды аннексиялау, Алеппоны бомбаға тотоу тураһында оноторға ярамай”.
Дональд Трамптың ил “штурвалы” артына баҫыуын Рәсәй депутаттары алҡыштар менән ҡаршылаһа ла, һайлау алды вәғәҙәләренең “бер уйын” ғына булыуын яҡшы аңлайҙар, әлбиттә. Һәр хәлдә, Обамаға ҡарағанда Трамп менән буласаҡ мөнәсәбәттәр өмөт уята. Уның Ҡырымды Рәсәй төбәге итеп таныу, санкцияларҙан, Сүриә башлығы Әсәдкә ҡаршы дәғүәләрҙән баш тартыу тураһындағы белдереүе әһәмиәткә эйә. Нисек кенә тиһәк тә, Клинтондан айырмалы, Трамп был мәсьәләләрҙе тикшерергә әҙер һымаҡ.
Шулай итеп, “сәйәси шахмат” тәхетендә – яңы король! Ләкин “уйын”да пешкаларҙың да өлөшөн оноторға ярамай...


Вернуться назад