Өфөлә Башҡортостан ветерандары советы республика ветерандар хәрәкәтенең 25 йыллығына арналған III киңәйтелгән пленум уҙғарҙы. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Бөтә Рәсәй ветерандары советы рәйесе Дмитрий Карабанов ҡатнашты.
— Хөрмәтле иптәштәр, дуҫтар! Һеҙҙең менән тағы осрашыуыма сикһеҙ шатмын, – тине үҙенең тәбрикләү сығышында Башҡортостан Президенты. — Һеҙҙең ойошмаға, намыҫ, тырышлыҡ менән башҡарған ҙур, мөһим эшегеҙгә оло ихтирам менән ҡарайым. Өлкәндәрҙе хөрмәтләү, уларҙың хеҙмәтен баһалау, аҡһаҡалдарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу күп халыҡҡа хас, шул иҫәптән беҙгә лә. Һеҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә булыу матур йолаға әүерелде. Осрашыуҙарҙа
проблемаларҙы бергәләп билдәләнек, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнек. Һөҙөмтәлә байтаҡ һорауҙы хәл итеүгә өлгәштек. Ләкин ветерандарҙы, пенсионерҙарҙы социаль яҡлау буйынса мәсьәлә етерлек, был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Билдәләнгән сараларҙы һеҙҙең менән бергә тормошҡа ашырасаҡбыҙ, сөнки беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә.
Артабан республика етәксеһе әүҙем эшләгән бер төркөм ҡала һәм район ветерандары советы рәйестәренә “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы. Республика ветерандары ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында уның етәксеһе Марат Муллағәләмов сығыш яһаны.
Беҙҙең илдә ветерандар хәрәкәте уҙған быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килә. Башҡортостан һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы I Бөтә Союз ветерандарының учредитель конференцияһынан ике ай һуңғараҡ, 1987 йылдың 28 февралендә, Өфөлә республика ветерандарының форумында төҙөлә. 470 делегат араһында 24 Советтар Союзы Геройы, өс Дан орденының тулы кавалеры, 47 Социалистик Хеҙмәт Геройы була, 47 кеше СССР, РСФСР һәм БАССР-ҙың почетлы исемен йөрөтә, ете тиҫтәнән ашыуы төрлө кимәлдәге депутат була. Конференцияла ҡатнашҡандарҙың өстән ике өлөшөн эшселәр һәм колхозсылар тәшкил итә. Сирек быуат эсендә беҙҙең илдә ҙур үҙгәрештәр булды. Бөгөн Башҡортостанда бер миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнә. Ҡала һәм райондарҙа 70 ветеран ойошмаһы, 12 тармаҡ советы, 2500-ҙән күберәк тәүойошма бар.
Фаил Ҡылысбаев