Башҡортостан парламентының 50-се ултырышы “Хөкүмәт сәғәте” менән башланды. Унда республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов төбәктә дөйөм белем биреү системаһын модернизациялау тураһында сығыш яһаны. Бынан тыш, депутаттар Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең былтырғы эш йомғаҡтары тураһындағы докладын тыңланы.
Артабан депутаттар Өфөнөң биш районына мировой судьялар тәғәйенләне, 15 республика законы проектын ҡараны. Уларҙың дүртәүһе шунда уҡ тулыһынса ҡабул ителде. “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү” тураһындағы республика законына индерелгән үҙгәрештәр буйынса, бер тапҡыр түләүһеҙ ер пайын алыу мөмкинлегенә эйә граждандар ауыл хужалығы ҡулланылышындағы ерҙәрҙе 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем хосусилаштыра ала ине, ә хәҙер был хоҡуҡ 2012 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтылды.
Бынан тыш, депутаттар юл фонды, муниципаль хеҙмәт, һунар, ветерандарға һәм инвалидтарға ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы һәм башҡа закондарҙы беренсе уҡыуҙа ҡараны.
Ә. ИЛДУСОВА.