Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала Советы ултырышында сығыш яһаны. Ул Ирек Ялаловты ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыу айҡанлы ҡотланы һәм баш ҡаланы үҫтереү йәһәтенән мэрия алдында торған бурыстарҙы билдәләне. – Биш йыл элек Өфө йөкмәткеһе буйынса ла, танылыу һәм тормош сифаты йәһәтенән дә бөтөнләй икенсе ҡала ине. Күреүебеҙсә, ошо биш йыл эсендә торлаҡ төҙөү, инфраструктура, инвестиция йәлеп итеү өлкәһендә байтаҡ эш башҡарылған. Ошо ваҡыт эсендә булған иҫтәлекле ваҡиғалар – форумдар, симпозиумдар – Өфө өсөн бик мөһим, – тине республика етәксеһе. – Уҙған биш йыллыҡты бушҡа үткәрмәүебеҙҙе, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙҙе аңлайбыҙ. Хәҙер инде киләһе биш йылға бурыстарҙы ла төшөнөргә кәрәк. Һайланған юл, йүнәлеш, яҡшы проекттар бар. Шул уҡ ваҡытта беҙ хәлгә яңыса ҡарарға тейешбеҙ.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостанда урбанизация процесы дауам итә, тимәк, Өфө артабан да үҫәсәк. Киләсәктә Өфөлә нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү үҫеш үҙәктәрен тәшкил итәсәк. Был йүнәлештәргә яңылыҡ индерергә, улар тирәләй ғилми һәм бизнес кластерҙары ойошторорға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов, муниципаль ерҙе һәм мөлкәтте һөҙөмтәле файҙаланыуҙы, Өфө ҡаҙнаһындағы ҡытлыҡты кәметеүҙе, килем өлөшөн арттырыуҙы, уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙы, йәмәғәт транспорты мәсьәләләрен хәл итеүҙе, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура сәйәсәтен камиллаштырыуҙы – тәү сираттағы бурыстар, тип билдәләне.