Мәжлес тамам25.10.2016
Быйыл апрелдә Ҡырымдың Юғары суды төбәк прокуратураһы биргән ғариза буйынса “Ҡырым-татар халҡы мәжлесе” тигән йәмәғәт ойошмаһын экстремизмда ғәйепләгәйне. Яңыраҡ Рәсәйҙең Юғары суды ул ҡарар менән килеште һәм мәжлестең эшмәкәрлеген тыйҙы.

Ҡырым беҙҙең илгә ҡушылғандан һуң әлеге йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, Украина яғына сығып, ярымутрауға аҙыҡ-түлек һәм энергия сығанаҡтары килеүен туҡтатырға маташты. Херсон өлкәһендәге электр тапшырыу линияһын шартлатыуҙары – шуның бер дәлиле. Өҫтәүенә уларҙың Ҡырымда милләт-ара татыулыҡты ҡаҡшатыу, үҙ-ара нәфрәт тыуҙырыу ниәтендә төрлө саралар ойошторғаны асыҡланды.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: мәжлестең элекке рәйесе Мостафа Джемилев та, әлегеһе Рефат Чубаров та – Украинаның Юғары радаһы депутаттары. Икеһе лә Киевта йәшәй.


Вернуться назад