Бүленгәнде бүре ашар...25.10.2016
Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында үткән “Дин террорсылыҡҡа ҡаршы” тигән халыҡ-ара конференцияла халыҡты Аллаһ исеменә ышыҡланып яуызлыҡтар ҡылырға мәжбүр итеүселәрҙән аралауға бәйле тос фекерҙәр әйтелгән.

Илдең баш ҡалаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Фәрит Әсәҙуллин иҫәпләүенсә, террорға ҡаршы көрәш алып барыу өсөн уртаҡ мәҙәни һәм рухи киңлек булдырыу, белем биреүҙә, тарихты өйрәнеүҙә ҡараштар берҙәмлегенә өлгәшеү мөһим. Мәскәү Патриархаты вәкиле Вахтанг Кипшидзе иһә динде шәхси эш тип һанауға, инаныуҙарҙы ғибәҙәтхана эсе менән сикләргә тырышыуға ҡаршы. “Дини кешеләр ойошмаған, тарҡау булған хәлдә террорсылыҡҡа ылыҡтырыу менән шөғөлләнгән әҙәмдәргә киң юл асыла”, – тигән ул.


Вернуться назад