Илһамландырған иман25.10.2016
Быйыл Венеция кинофестивалендә режиссер Мел Гибсондың “Выждан ҡушыуы буйынса” тип аталған яңы ижад емешен конкурстан тыш күрһәткәндәр. Белгестәр был хәрби драманың Стивен Спилбергтың “Рядовой Райанды ҡотҡарырға” тигән фильмынан да ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшеренә ышана.
Ысынбарлыҡтан алып яҙылған әҫәрҙә АҠШ хәрбиҙәренән беренсе булып ҡулына ҡорал алыуҙан баш тартҡан Десмонд Досс тураһында һүҙ бара. Дин ҡушыуы буйынса йән ҡыйыуға бармаҫҡа вәғәҙә бирһә лә, егетте намыҫы яуға әйҙәй. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу маҡсатында Десмонд медицина хеҙмәткәре булып фронтҡа китә. Окинава өсөн һуғыш барышында бик күптәрҙе үлемдән йолоп алып ҡалғаны, ҡаһарманлығы Намыҫ ордены менән баһалана.
Диндең әһәмиәте фильмда төп урынға ҡуйылған. “Был тарихтың бөтә мәғәнәһе инаныуҙарға барып бәйләнә, – тигән режиссер матбуғат конференцияһында. – Дошмандың артиллерияһы өҫтөңә ябырылып килгәндә, ҡурғаш ямғырынан тын алырлыҡ әмәл булмағанда хәрби хәрәкәттәр тамуғынан имен сығыу өсөн ғәйәт ҙур ышаныу көсө кәрәк. Мине шул илһамландырҙы”.
Әйткәндәй, Голливудтың һуғыш темаһына арналған фильмдары араһында тыныслыҡты һаҡларға, кешелекте, донъяны яратырға, ҡәҙерләргә саҡырған сағыу картиналар ифрат күп. Улар йыш ҡына халыҡ-ара кимәлдә танылыу ала, бөтөн илдәрҙә күрһәтелә. Беренсе донъя һуғышы ваҡиғалары тураһында Стивен Спилберг төшөргән “Яу аты”н ғына алғанда ла, иҫ китә: бына нисек күрһәтә, аңлата белә талант эйәләре үҙ-ара алыштарҙың мәғәнәһеҙлеген, тормоштоң мөғжизәләргә тулы булыуын, дуҫлыҡ һәм татыулыҡтың бөйөклөгөн! Шул уҡ ваҡытта күңелдә шик тыуа: ошондай әҫәрҙәр тыуған илдәрҙең етәкселәре китап уҡымаймы, кино ҡарамаймы икән ни?