Фекер әллә ни үҙгәрмәгән25.10.2016
Фекер әллә ни үҙгәрмәгән “Левада-үҙәк”тең социологик тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, сит илдәрҙә булған террор акттарын Рәсәй халҡының 72 проценты барлыҡ кешелеккә янаған бәлә тип һанай, 21 проценты иһә: “Һөжүмгә дусар булғандарҙың үҙ проблемаһы”, – тип кенә ҡуя. Беҙҙең ил менән АҠШ-тың халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итеүенә ышаныусылар һуңғы тиҫтә йылда 39 проценттан 22-гә хәтлем кәмегән.


2001 йылда Нью-Йорктағы һымаҡ террор акттарын рес­понденттарҙың 15 проценты зыян күргән илдәргә генә ҡағыла тип иҫәпләгән, 80 проценты тотош кешелек өсөн борсолоуын белдергән. Йәнә биш йылдан тәүге төркөм 3 процентҡа кәмегән, икенсеһе шул уҡ күләмгә артҡан. Бөгөнгө һандарҙы иһә үрҙә күрһәт­кәйнек. “Фекер үҙгәрештәре бар, әммә күпселек-аҙсылыҡ тирәһендә тотороҡлолоҡ һаҡ­лана”, – ти үҙәктең директоры урынбаҫары Алексей Гражданкин.
Рәсәй халҡының АҠШ-ҡа ҡарата кире мөнәсәбәте көсәй­мәгән. Һәр хәлдә американдар һәм уларҙың теләктәштәре арт һабағын уҡый тип уйлаусылар күп түгел. Әммә ниндәйҙер үҙгәрештәр бар: әгәр 2006 йылда “АҠШ-тың халыҡ-ара тер­рорсылыҡҡа ҡаршы көрәш алып барыуын хуплап, Рәсәй дөрөҫ эшләнеме?” тигән һо­рауға “әлбиттә, дөрөҫ” һәм “шулайҙыр, моғайын” тип яуаплаусылар 42-шәр процент булһа, хәҙер был йәһәттән фекерҙәр 27 һәм 52 процент тәшкил итә.
Социологтар әйтеүенсә, ун йыл эсендә Ҡушма Штаттар менән беҙҙең илдең дуҫлы­ғына шикләнеп ҡараусылар ныҡ ҡына артҡан. Респон­дент­тар­ҙың 18 проценты хеҙмәт­тәш­лекте лә, үҙ мәнфә­ғәттәреңде ҡайғыртыуҙы ла бер юлы алып барырға мөмкин тип һанай икән. Ә бына һәр дәүләттең тер­рорға ҡаршы көрәштә фә­ҡәт үҙ еңеүҙәре өсөн тырышыуына ышаныусылар сафы 35-тән 47 процентҡа ҡәҙәр киңәйгән.
Халыҡ фажиғәләр, афәттәр тураһында бик тиҙ онотоусан. Йәмәғәтселек фекерен өйрә­неү һөҙөмтәләре күрһәте­үенсә, 2015 йылда Парижда, быйыл Брюсселдә булған террор акт­тарынан һуң күп тә үтмәҫтән ватандаштарыбыҙҙың ҡурҡы­уы кәмегән. Шулай ҙа рес­понденттарҙың 39 проценты бындай ваҡиғалар ҡабатла­ныуы ихтимал­лығын инҡар итмәй. Граждандарҙың 66 проценты (былтыр октябрҙә 76 процент булған) ҡан ҡойош ойоштороу йәһәтенән төп хәүеф сығанағы тип Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ ойошмаһын күрә, ҡалғандар иһә халыҡ-ара террорсыларҙың әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын билдәләй.


Вернуться назад