Трамптың күтәрмәһе текә25.10.2016
Трамптың күтәрмәһе текә Ватандаштарыбыҙҙың күбеһе Дональд Трамп АҠШ президенты булып алған хәлдә Америка-Рәсәй мөнәсәбәттәре яҡшырыр тип уйлай. Океан аръяғында барған һайлау кампанияһында ла тышҡы сәйәсәткә шаҡтай ҙур иғтибар бүленә, кандидаттар үҙ дәүләте эсендәге хәлдән бигерәк беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тураһында һөйләй. “Һалҡын һуғыш”тың ахырына ышанырға нигеҙ бармы һуң?


Дональд Трамптың кәңәшселә­ре­нең береһе Джордж Пападопулос “Ком­мерсант” гәзитенә биргән интервью­ға ҡарағанда, “Республикасылар партияһы” донъялағы иң ҡеүәтле дәүләттәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яйға һалырға ынтылырға тейеш тип иҫәпләй. “Трамп әфәнде Рәсәй-Америка хеҙмәттәшлегенең яңы дәүерен башларға теләүен асыҡ белдерҙе лә инде, – тигән Пападопулос. – Тик был Мәскәүҙең халыҡ-ара аренала яуаплы уйынсы булараҡ сығыш яһарға әҙерлеге кимәленән тора. Барак Обама – президент кәнәфиен, Хиллари Клинтон дәүләт секретары вазифаһын биләгән осорҙа ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр ныҡ түбәнгә төштө. Балтик диңгеҙе буйында тоҡаныуы ихтимал булған низағ, Украина һәм Сүриә менән бәйле сәйәси хәл АҠШ, НАТО һәм Рәсәйҙең дуҫлашып, үҙ-ара дошманлыҡтан дөйөм хәүефкә ҡаршы тороу маҡсатында бергә эшләүгә күсергә тейешлеген аңғарта”.
Трамптың стратегияһына ярашлы халыҡ-ара террорсылыҡ һәм экстремизм менән көрәшкәндә АҠШ-ҡа беҙҙең илде төп теләктәше итеү, шулай уҡ Мысырға, Кипрға, Израилгә, Иордания менән Грецияға ла таяныу кәрәк. Яуызлыҡҡа кәртә ҡуйырға ынтылыу Европа союзын, Төньяҡ Атлантика альянсын, Ҡушма Штаттарҙы һәм Рәсәйҙе тыныслыҡ мәнфәғәтендә берләште­рергә мөмкинлек бирәсәк, ти республикасылар. “Барак Обаманың хаки­миәте террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән һеҙҙең ил менән хеҙмәт­тәшлек итеү хаҡында белдерҙе лә ул, әммә һүҙҙәре шунан йыраҡ китмәне. Шуға ла бөгөн Рәсәй АҠШ-тың вәғәҙәләренә ышанмай, үҙ-ара ышаныс мөхите юҡҡа сыҡҡан. Беҙҙең кандидат президент булған хәлдә был хатаны төҙәтәсәк, – тигән Дональд Трамптың кәңәшсеһе. – Сүриәләге хәл яйға һалынһын өсөн Бәшәр Әсәдтең властан китеүе мотлаҡ тип һанамайбыҙ. Сәйәси ҡоролошто көс ҡулланып үҙгәртеү ниәтен бер ҡасан да хупламаныҡ. Ливия менән Ираҡта ни булғанын күрҙегеҙ бит. Быларҙың барыһы ла хәтеребеҙҙә. Шулай ҙа беҙҙе Әсәдтең эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт тип уйламағыҙ”.
“Республикасылар партияһы” ағзалары Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар ҡулланыуҙың Украиналағы көрсөктө бөтөрөү йәһәтенән ыңғай һөҙөмтә бирмәгәнен таный. “Был хәл һеҙҙең илдең Ҡытайға йөҙ бороп, шул дәүләтте үҙ тауарҙары, хеҙмәттәре һәм энергия ресурстары өсөн төп баҙарға әйләндереүенә генә килтерҙе. Ҡытай менән Рәсәйҙең геосәйәси альянс булып берләшеүе беҙҙең илдең сәйәси пландарына кәртә ҡуя – Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе буйына, Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына, Яҡын Көнсы­ғышҡа бәйле мәнфәғәттәрҙе ҡайғыр­тырға мәжбүрбеҙ. Минеңсә, һеҙҙә лә, беҙҙә лә Ҡытайға йылдам үҫешкән ҙур держава, хәүеф сығанағы тип ҡарарға тейештәр, – тигән Джордж Пападопулос. – НАТО-ға килгәндә, уға алдағы бер нисә тиҫтә йылда агрессив Ҡытайға, дини радикалдарға һәм ядро ҡоралына эйә булған Иранға ҡаршы торорға кәрәк. Ә Рәсәйҙең был эшмәкәрлектә файҙалы булыуы мөмкин. Әгәр беҙҙең дәүләттәр ара­һында бер-береңә ышаныс нығынһа, киләсәккә ҡорған ниәттәребеҙҙе, йоғонто яһау даирәһенең сиктәрен яҡшы белеп торһаҡ, Төньяҡ Атлантика альянсының инфраструктураһын Рәсәй биләмәләренә яҡынайтыуға ихтыяж бөтәсәк. Әлеге сәйәси шарттар иһә бик хәүефле һәм тотороҡһоҙ, ябай ғына бер хаталы аҙымдың тарихи һәләкәткә әйләнеүе ихтимал”.
Шул уҡ ваҡытта океан аръяғы сәйәсмәндәренең күбеһе утҡа кәрәсин өҫтәй, иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә торған ике дәүләтте ҡан ҡойош башларлыҡ хәлгә еткерергә тырыша. Барак Обаманың хакимлығы тамамланырға ни бары бер нисә ай ҡалды... Вәғәҙәләрен иҫкә төшөрөп, Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға өлгөрөрмө ул? Юҡтыр. Ышаныс бөткән. “Һалҡын һуғыш”тан хәрби хәрәкәттәргә генә күсеп китмәйек. Ә һайлауҙан һуң, бәлки, өмөт йәнә ҡабыныр.


Вернуться назад