Депутаттар һаны кәмейәсәк21.10.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа даими эшләгән депутаттар һанын 19 кешегә тиклем кәметергә тәҡдим ителде. Тейешле үҙгәрештәрҙе “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы республика законына индереү күҙаллана.

Даими профессиональ нигеҙҙә эшләгән депутаттар һанын үҙгәртеү Бюджет, һалым, инвес­тиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Бугераның Дәүләт Думаһы депутаты итеп тәғәйенләнеүенә бәйле.
– Был үҙгәреш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай­ҙың эш практикаһына тап килә һәм төбәктәге бюд­жет сығымдарын ҡулайлаштырыуға йүнәлте­лә, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.
Әле республика парламентында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе һәм урынбаҫарҙары, шулай уҡ комитеттар етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары даими нигеҙҙә эшләй.


Вернуться назад