Ут менән шаярмайҙар19.10.2016
Ут менән шаярмайҙар Хәүефле заманда йәшәйбеҙ. Донъяның теге йә был төбәгендә ут ялҡындары гөлт итеп ҡала. Баш осонда аяҙ күк, тыныс таң күреп ғәҙәтләнгәнгәме, күршелә барған “янғын”дарға әллә ни иҫебеҙ китеп тә бармаған һымаҡ. Шөкөр, беҙҙә түгел, йәнәһе. Ә бит осҡондарҙың әллә ҡайҙарға таралып, ут сығарыу ҡеүәһе бар...

Болғар күрәҙәсеһе Ванга шундай һүҙҙәр әйткән: “Донъяға яңы тәғлимәт киләсәк, ләкин тиҙҙән түгел. Әле Сүриә ҡолатылмаған. Сүриә еңеүсенең аяғына йығыласаҡ, ләкин еңеүсеһе ул булмай сыға...”
Әлбиттә, сәйәсәттә күрәҙәлеккә ыша­ныу юҡ, әммә һүҙҙәренә сер һа­лып һөйләгән Ванганың раҫҡа сыҡҡан күҙаллауҙары ла уйландырып ҡуя. Бигерәк тә Америка Ҡушма Штат­тарының Сүриәгә ҡарата алып барған сәйәсәтен күҙ уңында тотҡанда.
Әйтәйек, Аҡ йорттоң рәсми вәкиле Джош Эрнест Рәсәйҙе АҠШ-тың Сүриә­ләге ҡаҙаныш­тарын үҙләш­тереүҙә ғәйепләне. Уның әйтеүенсә, илебеҙҙең Һауа-йыһан көстәре (ВКС) бурыстарын үтәй алмаған, йәнәһе. “Һуңғы ете ай эсендә ИГИЛ-ға ҡаршы (Рәсәйҙә тыйылған террор ойошмаһы) хәрби операцияла Рәсәй бер маҡсатына ла өлгәшмәне. Уның ҡарауы, АҠШ тарафынан үткәрелгән уңышлы операцияларҙы үҙенеке итеп күрһәтә”, – тине ул.
Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы (БМО) ҡарамағындағы Рәсәй Федерация­һының даими вәкиле Виталий Чуркин үҙ сиратында был ғәйепләүҙе мәғәнәһеҙлек тип атаны.
Хәтерләйһегеҙҙер, күптән түгел АҠШ Сүриәләге хәлде көйләү буйынса Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыуы тураһында белдергәйне. Бынан сығып, бер генә һығымтаға килергә мөмкин: тимәк, киләсәктә был ғәрәп илендә барған “янғын” тағы ла ҡыҙыулана төшәсәк.
Сүриәнең Сит ил эштәре минис­тр­лығы хәбәр итеүенсә, террор­сыларға ҡаршы Рәсәй үткәргән саралар һөҙөмтәле булған. Террорсыларҙы көсһөҙләндереү, уларҙың нефть урлауҙарына сик ҡуйыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарылған. Сүриәнең тышҡы сәйәси ведомстволары һуғышта ғына түгел, сәйәси аренала ла ярҙам күрһәткәне өсөн илебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Үкенескә ҡаршы, утын ташлаусылар булғанда, усаҡтың тиҙ генә һүн­мә­үе көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа “ян­ғын”ға мул ғына күләмдә һыу “һибелеп” тора. Һуңғы бер нисә көн эсендә, мәҫәлән, Алеппо, Идлиб, Хама, Хомс провинцияларында 200 террорсы юҡ ителде, 250-һе яраланды, пулеметтар менән йыһазландырылған 32 “пикап”тың, 20 автомобилдең көлө күккә осто, террорсыларҙың бер нисә башлығы һәләк булды.
Шуныһы сәйер: террорсыларҙың хәле мөшкөлләнә башлау менән Америка һәм Европа илдәренең етәкселәре Рәсәйгә, Сүриә хөкүмәтенә ғәйеп ташларға тотона. Был юлы ла Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы башлығы Борис Джонсон: “Сүриәнең дауаханаларына булған авиаһөжүм – хәрби енәйәт. Был хәл тыныслыҡ хаҡында килешеүҙәрҙе юҡҡа сығара”, – тип белдерҙе. Ә Америка президенты вазифаһына дәғүә иткән Трамп фекеренсә, йәнәһе, Рәсәй Сүриә буйынса килешеүҙе боҙа һәм Вашингтонды, бигерәк тә Барак Обама менән Хиллари Клинтонды һанға һуҡмауын күрһәтә. Аңлашыла, юғары урынға үрмәләргә тырышҡан кеше үҙ “бизмәненә” һалынасаҡ һәр мөмкинлектән файҙа­ланырға тырыша. Хәйер, Рәсәйгә батҡаҡ бәреп, саф булып ҡалырға маташҡандар аҙмы ни?! Иң башта ҡулына батҡаҡ тотҡан буяла лабаһа!..
Шуны әйтергә кәрәк: Рәсәйҙең Сүриәләге һауа һөжүме иң беренсе сиратта разведка мәғлүмәттәрен ентекле тикшергәндән һуң ғына башҡарыла. Әлегә тиклем Рәсәй самолеттарының тыныс халыҡты бомбаға тотоуы тураһында бер мәғлүмәттең дә иҫбатланғаны юҡ.
Ниндәй генә яла яғыуҙар булма­һын, илебеҙ террорсыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәшен дауам итә. Яңыраҡ ҡына Сүриәгә С-300 зенит ракета сис­темалары оҙаты­лыуы ла ошо хаҡ­та һөйләй. Ләкин Рәсәйҙең был “ҡы­лығы” океан аръяғын­дағы­ларға оҡ­шап етмәне. Уларҙың фекеренсә, бын­д­ай “башбаш­таҡлыҡ­тар” Сүриәлә тыныслыҡ урынлаш­тырыуға булыш­лыҡ итмәй. Пентагон иһә Рәсәйҙең ниндәй маҡсат тотоуы аңлашыл­ма­уын һәм улар илебеҙҙең һәр хәрә­кәтен күҙәтеп торасағын белдерҙе.
АҠШ-тың сәбәләнгәнен төшөнөп була, сөнки улар Сүриә дәүләтенең башлығы Әсәд ғәскәренә ҡаршы операция үткәрергә, хәрби аэродром­дарҙы бомбаға тоторға ниәтләй. Дәүләт департаменты, ЦРУ һәм АҠШ-тың хәрби штаб вәкилдәре ҡатнашлығында Аҡ йортта үткән осрашыуҙа һүҙ нәҡ шул турала барҙы.
АҠШ ҡуштандары ла тик ятмай. Германия Рәсәйгә яңы санкциялар менән янай. Парламенттың Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе Норберт Реттген былай тине: “Сүриә­ләге хәрби енәйәттәргә ҡаршы яуап итеп санкциялар ҡулланмау хилаф булыр ине. Яңы санкциялар тиҙ арала булмаһа ла, киләсәктә Рәсәй иҡтисадына мотлаҡ йоғонто яһаясаҡ”, – тине. Күренеүенсә, “аҡыллы баш­тарҙы” Сүриәләге тыныслыҡ түгел, ә илебеҙҙең иҡтисади хәле ҡыҙыҡ­һындыра. Хәйер, донъя иҡтисады сылбыр кеүек бер-береһенә бәйлән­гән. Беҙгә кейҙерергә тырышҡан боғалаҡҡа үҙҙәренең башы тығылғанын да онотмаһындар ине.





Вернуться назад