Һайлау үтте, бәхәс дауам итә19.10.2016
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Сергей Сироткин һәм Евгений Шевченко төбәк сәйәси партия етәкселәре менән осрашты.

– Беҙҙең төп бурыс – һайлау процесында ҡатнашыусылар менән күҙмә-күҙ осрашып, улар­ҙың ҡайһы берҙәре еткергән етешһеҙлектәрҙе, башҡа мәғлүмәттәрҙе ентекләп тикшереү, – тине Сергей Сироткин. – Беҙҙең бында килеүебеҙ Башҡортостанда һайлау мәлендә ҙур закон боҙоуға юл ҡуйылған икән тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостандан мөрәжәғәттәр күпкә аҙыраҡ, йәмғеһе – 70.
Осрашыу барышында республикала теркәлгән һәр партия вәкиленә һүҙ бирелде. Улар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, һайлау мәлендә килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе барланы. “Иң мөһиме – аңлашылмаусанлыҡ закондарҙы белеп бөтмәүҙән килә” тигән фекер менән бөтәһе лә килеште. Был йәһәттән Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында эшләгән “тура бәйләнеш”, комиссия ағзаларына туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге күпселек ваҡытта ярҙамға килә, тип белдерҙе йыйылыусылар.
Сергей Сироткин менән Евгений Шевченко партия етәкселәренең бихисап һорауҙарына яуап бирҙе, етешһеҙлектәр теркәлгән райондарға шәхсән барып, хәлде урындарҙа тикшерҙе.




Вернуться назад