Өҫтөнлөклө йүнәлеш эҙләйҙәр15.11.2011
12 ноябрҙә республика Хөкүмәтендә “Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр” темаһы буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, инвестиция вәкиле Алексей Кубрин, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
Алексей Кубрин инвестиция вәкилдәре институты булдырыуҙа дәүләт власы органдарына ҡарата ҡуйылған талаптар менән таныштырҙы.
Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары, төбәктәргә инвесторҙар килһен өсөн норматив хоҡуҡ базаһын эшләүҙе индереп, уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырыуҙың округ механизмын, шулай уҡ документтар ҡабул итеүҙең ябайлаштырылған системаһын булдырыуҙы яҡын киләсәктәге төп бурыс тип билдәләне.
Азамат Илембәтов республикала Президент Рөстәм Хәмитов башланғысы менән инвестиция әүҙемлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән мөһим закондар ҡабул ителеүен билдәләп үтте. Улар инвесторҙарҙың табышына һәм мөлкәтенә ташламалы һалым һалыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков Алексей Кубринды инвесторҙарҙың ҡатнашыуы күҙалланған ҡайһы бер республика сәнәғәт һәм яңыса үҫеш проекттары менән таныштырҙы.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад