Депутат, һинең тауышың мөһим!18.10.2016
Депутат, һинең тауышың мөһим! Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзалары эске регламентҡа үҙгәреш индертеп, депутаттарға үҙ-ара ышаныс нигеҙендә тауыш биреүҙе тыймаҡсы. Юғиһә, билдәле бер сәйәсмәндең һүҙҙәре менән әйткәндә, “закон ҡабул иткәндә залдар яртылаш буш була, ултырышта ҡатнашҡандарға рәттәр буйлап йөрөп, башҡа коллегалары исеменән дә төймәләргә баҫып сығырға тура килә”.


Эйе, әлегә Дума депутаттарына, әгәр ниндәйҙер етди сәбәп арҡаһында сараға бара алмаһа, фракция буйынса коллега­һының тауыш биреүен һорарға рөхсәт ителә. Әлбиттә, гел улай ҡыланырға ла ярамай – “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Илья Пономарев һымаҡ ултырыштарға йөрөмәгән өсөн мандатын тартып алыуҙары ихтимал. Быйыл яҙ ҡабул ителгән ҡанунға ярашлы, 30 тапҡыр эшкә килмәгән хәлдә депутатҡа парламентта биләгән урыны менән хушлашыу янай.
– Һәр кем үҙе өсөн генә тауыш бирергә тейеш, – ти башланғысты күтәреп сығыусы­ларҙың береһе, түбәнге палата спикеры урынбаҫары Сергей Неверов. – Халыҡ бит мәнфәғәттәрен юғары кимәлдә яҡлау хоҡу­ғын аныҡ кешеләргә ышанып тапшырған. Смоленск халҡы, мәҫәлән, Новосибирск өлкәһе вәкилдәрен һайламаған. Депутат­тарҙың барыһы ла ултырыштарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн шәхсән яуаплылыҡ тойорға бурыслы.
Проект авторҙары эске регламенттың, ниһайәт, үҙгәртелеп, бүтәнсә Дәүләт Дума­һындағы пленар ултырыштар мәлендә залда буш урындар күплеген күреүҙән күңел ҡырылмаҫына иҫәп тота. Закон сығарыуҙа депутаттарҙың дәррәү ҡатнашыуы – ҡану­ниәттең ғәҙеллеге күрһәткесе бит. “Берҙәм Рәсәй” ағзалары әйтеүенсә, бындай тәртип төбәк парламенттарының байта­ғында булдырылған да инде.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһының яңы рәйесе Вячеслав Володин әлеге вазифаһын ҡабул иткәс тә журналистар менән әңгәмә барышында ултырыштарға йөрөмәгән депутаттарға ҡаршы көрәшәсәген белдер­гәйне. Закондар сығарыу палатаһы быйылғы көҙҙән икенсе төрлө эш графигына күсте, был, спикерҙың уйлауынса, һәлкәүлекте кәметеү йәһәтенән ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш. Атап әйткәндә, Дума депутаттары хәҙер ай һайын ике түгел, ә өс аҙнала йыйылыша, тик ете көнгә өс ултырыш урынына икешәр үтә. Яңы тәртип халыҡ вәкилдәренә закон проекттарын профилле комитеттарҙа ентеклерәк тикшереү мөмкинлеген тыуҙы­расаҡ. Айҙың дүртенсе аҙнаһында иһә депутаттар һайлаусылары менән иркенләп аралаша ала.


Вернуться назад