Константин Толкачев: “Кеше аңын томалаусыларға –ҡәтғи саралар”14.10.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 239-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса закон сығарыу инициативаһын тәҡдим итмәксе. Был үҙгәрештәр граждандың шәхесенә һәм хоҡуҡтарына янаған дини йәки йәмәғәт берекмәләрен ойошторған өсөн яуаплылыҡты арттырыуҙы күҙаллай.
Закон проекты авторҙары әйтеүенсә, бындай саралар йәмғиәттә тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыуға килтергән дини берекмәләрҙе ойоштороусыларға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эштәрен тикшергәндән һуң тәҡдим ителде.
– Әлеге берекмәләр йәмәғәтселектең аңына кире йоғонто яһай. Үҙенсәлекле вербовка, шул иҫәптән психотехнологиялар ярҙамында тоҙаҡ ҡороу кешенең психик һәм физик һаулығына зыян килтерә. Шәхестең ҡиммәттәре үҙгәрә, ғаиләләр тарҡала, яҙмыштар емерелә. Йыш ҡына психик сирҙәр ҙә тыуа. Енәйәт кодексында ошондай деструктив ижтимағи күренештәр өсөн язаға тарттырыу ҡарала. Әммә, практика күрһәтеүенсә, ғәмәлдәге санкциялар әле тейешле һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә, беҙҙеңсә, Енәйәт кодексының ошондай хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе билдәләгән 239-сы статьяһына, хоҡуҡ һаҡлау органдарының тәжрибәһенә таянып, төҙәтмәләр индерергә кәрәк, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Проектта 239-сы статьяла билдәләнгән ҡылыҡтарҙы ауыр енәйәттәр категорияһына индерергә, енәйәт яуаплылығын көсәйтергә тәҡдим ителә. Граждандарға ҡарата көс ҡулланыуға йәки һаулыҡҡа зыян килтереүгә ҡоролған дини йәки йәмәғәт берекмәһен ойошторған, шулай уҡ уға етәкселек иткән өсөн 300 меңдән 500 мең һумға йәки хөкөм ителгән кешенең ике йылдан өс йылға тиклемге эш хаҡы йә иһә башҡа килеме күләмендә штраф һалырға, йәки биш йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итергә, йә иһә алты йылға тиклем иркен сикләргә тәҡдим ителә.
Кешене гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙән баш тарттырыуға йәки бүтән законһыҙ ғәмәлдәр ҡылдырыуға ҡоролған коммерцияға һәм Хөкүмәткә ҡарамаған сит ил ойошмаһын йәки уның подразделениеһын төҙөгән, уларға етәкселек иткән өсөн 300 мең һумға тиклем йәки хөкөм ителгән кешенең ике йылға тиклемге эш хаҡы, йәки бүтән килеме күләмендә штраф һалырға, йәки дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итергә, йә иһә дүрт йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итергә, йә иһә ошондай уҡ ваҡытҡа иркен сикләргә тәҡдим ителә.