Балаларға сәйәсәткә иртәрәк07.10.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа балаларҙы сәйәсәтләштереүҙе тыйыу тураһындағы закон проекты әҙерләнә. Был башланғыс балаларҙың сәйәси йүнәлештәге ижтимағи берекмәләрен булдырыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән.
Әлеге ҡануниәткә ярашлы, 14 йәше тулмаған бала сәйәси фирҡәләрҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын тулы кимәлдә аңларға һәләтле түгел, уның сәйәси ҡарашы ла үҙаллы барлыҡҡа килә алмай. Баланы билдәле бер сәйәси йүнәлешкә ылыҡтырырға тырышыу ата-әсәнең сабыйҙы тәрбиәләү буйынса конституцион хоҡуҡтарына ҡыҫылыу булып һанала.
— Мәктәптәрҙәге уҡытыу-тәрбиә эше сәйәсәттән ситтә торорға тейеш, — тип билдәләй Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Баланың был осорҙағы төп тәғәйенләнеше — төрлө юлбашсыларҙы яҡлау түгел, ә белем алыу. Тәрбиә эшенең төп “арҡа һөйәге” илһөйәрлек булырға тейеш. Йылдар үтеү менән һәр кем идеологияны һәм сәйәси ҡараштарын үҙаллы формалаштыра ала.