Америка һәм Европа дәүләттәре сәйәсмәндәре ни тиклем яманларға тырышмаһын, Көнбайышта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың рейтингы үҫә лә үҫә. Был турала “Financial Times” баҫмаһы белдергән.Быйыл августа уҙғарылған фекер белешеү барышында АҠШ-тағы республикасыларҙың 27 проценты беҙҙең ил башлығына кире ҡарашта булыуы асыҡланған. Ике йыл элек иһә әлеге күрһәткес 66 процент ине. Бынан тыш, фирҡә ағзаларының 85 проценты Владимир Путинды көслө лидер тип атаған, 18 проценты ошондай уҡ баһаны АҠШ президенты Барак Обамаға биргән. Аҡ йорт башлығы вазифаһына дәғүә итеүсе Дональд Трампты хуплаусылар араһында Рәсәй етәксеһенең абруйы тағы ла ҙурыраҡ: уларҙың һәр өсөнсөһө Путинға ыңғай мөнәсәбәттә икәнлеген йәшермәгән.
“Минеңсә, ул – әлеге ваҡытта башҡаларҙан айырылып тороусы берҙән-бер ҙур дәүләт башлығы. Путин үҙ Ватаны мәнфәғәттәрендә эшмәкәрлек алып бара һәм бүтәндәрҙең көйөн көйләмәй”, – тигән Калифорниянан Джефф Гриморд исемле бер респондент. Флориданан Фрэнк Хокинс иһә Рәсәй Президентының Сүриәгә ҡарата аныҡ саралар күреүенә һәм экстремизмға ҡаршы әүҙем көрәшеүенә һоҡланыуын белдергән.
“Financial Times” журналистары Көнбайышта Владимир Путин яҡлылар артыуын Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр ныҡ ҡаҡшаған осорға тура килеүен билдәләй. Дональд Трамптың президент булыуын теләүселәрҙең күбеһе ике дәүләттең сәйәси көнәркәшлеге арҡаһында фекерен беҙҙең файҙаға үҙгәрткән.
Әйткәндәй, Европаға килгәндә, күптән түгел “Forsa” социологик институты үткәргән тикшеренеү немецтарҙың оппозициялағы “Германия өсөн альтернатива” һәм “Һулдар” партиялары яҡлыларҙың күбеһе Рәсәй Президенты Владимир Путинға ГФР канцлеры Ангела Меркелгә ҡарағанда нығыраҡ ышаныуын асыҡлаған.