Ҡытайҙар ҡыла ҡылыҡты22.03.2012
БМО-ның Хәүефһеҙлек Советында Яҡын Көнсығыш темаһын тикшереүҙәре, Ҡытайҙың тиҙ арала сәйәси реформа уҙғарыу кәрәклеге хаҡында иғлан итеүе, Афғанстандағы ҡан ҡойош үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булып торғандыр. Ошо һәм башҡа хәлдәргә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтәйек.

Иран һуғышы ҡотолғоһоҙмо?


12 мартта БМО-ның Хәүефһеҙлек Советында Яҡын Көнсығыш мәсьәләһе тикшерелде. Уның эшендә Рәсәй яғынан сит ил эштәре министры ҡатнашты. Совет ултырышынан һуң Сергей Лавров АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән эшлекле осрашыу уҙғарып, Яҡын Көнсығыш мәсьәләһендә донъя лидерҙарының позицияһын билдәләне. Осрашыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, НАТО Сүриәгә ҡаршы яҡын арала ғына һуғыш башламаҫ, йәғни был илдең эске эштәренә ҡыҫылмаҫ тип көтөлә. Ни тиһәң дә, АҠШ өсөн әлеге мәлдә, Сүриәгә ҡарағанда, баш бирмәҫ Иран ҡурҡынысыраҡ. Шуға ла башта Иранға һуғыш асырҙар, моғайын. Дөрөҫ, Иран лидеры Мәхмүд Әхмәдинежадҡа һуғыштан ҡотолоп ҡалыу өсөн һуңғы мөмкинлек бирелә. Апрелдә Иран мәсьәләһендә аралашсы булған “Оло алты” илдәре етәкселәренең осрашып һөйләшеүе планлаштырылған. Билдәле булыуынса, “Оло алты”ға Бөйөк Британия, Рәсәй, АҠШ, Германия, Ҡытай һәм Франция инә. Әлбиттә, Иран АҠШ, Франция, Германия кеүек илдәр менән һәйбәт мөнәсәбәттә тип әйтеп булмай. Шуға ла төп аралашсы бурысын үтәү Рәсәй менән Ҡытай иңенә төшәсәк. Етмәһә, илебеҙҙе Иран менән күптәнге иҡтисади хеҙмәттәшлек тә бәйләй. Шулай булғас, Рәсәй әлеге һуғышты башлаттырмаҫ өсөн барлыҡ көсөн, дипломатик оҫталығын һалыр, моғайын.
Әлбиттә, бөгөн Иранға иң ныҡ яҫҡынғаны — Израиль. Был дәүләт етәкселеге Барак Обаманы ла ҡыҫымға ала булһа кәрәк. Израиль АҠШ президентына ҡарата мәсьәләне ҡәтғи ҡуя: йә һин һуғышты хуплаясаҡһың, йә беҙ һине һайлауҙа яҡламаясаҡбыҙ. Ошондай шарттарҙа Б. Обамаға көҙҙө көтөргә генә ҡала. Йәғни АҠШ-та президент һайлау үткәнгә тиклем ғәрәп иленә ҡарата һуғыш та башланмаҫ, моғайын.
Иран үҙенә бирелгән һуңғы мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша, әлбиттә. Рәсми Тәһран күптән инде уранды тыныс маҡсаттарҙа ғына эшкәртеүен донъя йәмәғәтселегенә еткерергә тырыша. Әммә уны һаман да атом бомбаһы эшләргә йыйыныуҙа ғәйепләйҙәр. Әле килеп Иран етәкселеге уран байытыу эшен контролдә тоторға теләүсе халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе үҙ иленә даими йәшәүгә индерергә лә риза булыуын белдерә. Тик АҠШ менән НАТО Ирандың бындай хуш күңеллелегенә риза булып тормаҫ шул. Улар, теләһә ниндәй сәбәп табып, һуғыш башлау яғында.
Көнбайышты Ирандың бай нефть ятҡылыҡтары ҡыҙыҡһындыра. Көҙгә Израиль тарафынан асылған һуғышты һуңынан АҠШ ослап ҡуйыр тип көтөлә. Һуңғы арала ядро ҡоралына эйә булған КХДР ҙа донъя йәмәғәтселеген хәүефләндереп ҡуйғылай. Ошо арала Төньяҡ Корея Ерҙең яһалма юлдашын осорорға планлаштыра. Был бойомға аша ҡалһа, Япония уны бәреп төшөрөү менән янай. КХДР диктаторы Ким Чен Ир вафат булғандан һуң власҡа уның улы Ким Чен Ын килгәйне. Утыҙ йәше лә тулмаған йәш лидерҙың төрлө дыуамаллыҡтар ҡылып ҡуйыуынан хәүефләнә Япония менән Көньяҡ Корея.

Үҙгәрештәр юлынан

Үткән аҙнала Ҡытай етәкселеге, донъя йәмәғәтселеген аптырашта ҡалдырып, илде тиҙ арала сәйәси йәһәттән үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, реформа эшләмәгән осраҡта 1966—1976 йылдарҙағы “мәҙәниәт революцияһы” ҡабатланып, бының илде иҡтисади көрсөккә килтереүе ихтимал. Ҡытай хөкүмәте рәйесе Вэнь Цзябаоның фекеренсә, социализм шарттарында бөгөнгө иҡтисади үҫеште һаҡлап алып ҡалыу өсөн демократик йәмғиәт төҙөү мотлаҡ. Сәйәси аренала гел бер урында тапаныуҙың мүкләнеүгә килтереүен яҡшы аңлай ул. Ысынлап та, Ҡытайҙа сәйәси реформалар талап ителә. Социализм шарттарында тәрбиәләнгән быуын ҡартайып бара. Илгә йәш, яңыса фекер йөрөткән йәштәр талап ителә. Һәр ваҡыт партия ҡушҡанса ғына эшләү, фәҡәт өҫтән төшкән күрһәтмә буйынса эшкә тәғәйенләү кеүек яһалма кәртәләр күп йәштәрҙең юлын быуа. Тәү сиратта партия “бығауы”нан ысҡыныуҙы маҡсат итеп ҡуя премьер-министр. Икенсе төп маҡсат — АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып, иҡтисади хеҙмәттәшлекте көсәйтеү. Юғиһә быға тиклем Ҡытай коммунистары АҠШ-ҡа “ҡап-ҡорһаҡ буржуй” тип кенә ҡарап өйрәнгән ине. Хәҙер килеп ошо кәртәне юҡҡа сығарыу, шәхси милекселекте үҫтереү бурысы ҡуйыла.
Тик былар ғына рәсми Пекин менән Вашингтондың аралары эҫенеүгә килтермәҫ, моғайын. Ни өсөн тигәндә, АҠШ донъя аренаһында абруйын юғалтыуҙан ҡурҡа. Элек лидерлыҡ өсөн көрәштә уға төп дәғүәсе СССР булһа, хәҙер — Ҡытай. Белгестәр фаразлауынса, үҫеш ошондай тиҙлек менән барһа, 2025 йылға Ҡытайҙың АҠШ-ты байтаҡ йәһәттән уҙып китеүе ихтимал. Күҙалланған сәйәси реформа быға тик ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Йәнә ҡан ҡойош

11 мартта Афғанстанда хәрби хеҙмәттә булған АҠШ сержанты үҙ белдеге менән хәрби часын ҡалдырып китә һәм Кандагар ҡалаһынан йыраҡ булмаған бер ауылда өс йортҡа инеп, “ҡанлы туй” ойоштора. Уның автоматынан 16 кеше, шул иҫәптән туғыҙ бала һәм өс ҡатын вафат була. Хәҙер иһә был сержантты үҙ илендә хәрби трибунал көтә. Әммә бының менән генә бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙың һәм башҡа ҡорбандарҙың ғүмерен кире ҡайтарып булмай шул.
Ошо ваҡиға Афғанстанды сираттағы мәртәбә күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сыуалыштарға алып килде лә инде. Февралдә генә АҠШ һалдаттарының изге Ҡөрьән китабын яндырыуы ошондай уҡ халыҡ күтәрелешен тыуҙырғайны. Әлеге агрессия Афғанстанда һуғыш утының бик оҙаҡ янасағына ишаралай.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад